“Белемһеҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош”, ти халыҡ аҡылы. Борон замандарҙан бөгөнгәсә аң-белемгә ынтылыу, уҡыу – иң хупланған ғәмәлдәрҙән, ә уҡытыусы һәр дәүерҙә иң хөрмәтле, абруйлы кеше һаналған. Рәсәй Президенты 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Исемле йылды асып, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы ХАЖИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Һөйләшеү уҙған йыл йомғаҡтары, яңыһына билдәләнгән бурыстар, маҡсаттар тураһында барҙы.
– Айбулат Вәкил улы, Рәсәйҙә яңы ойошторолоу өҫтөндә булған ойошманың – Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте тураһында ла ентеклерәк һөйләп, уның эшмәкәрлек йүнәлештәре, маҡсаттары һәм бурыстары тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте быға тиклем эшләп килгән балалар һәм йәштәр ойошмаларын берләштергән ҙур көс буласаҡ. Ул үҙ эсенә мәктәп уҡыусыларын һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алған йәштәрҙе берләштерә. Уҙған йылдың декабрендә Мәскәүҙә уның тәүге ойоштороу съезы үтте. Беҙҙең республикала ла хәрәкәттең төбәк бүлексәһе булдырылды, етәксе итеп йәш, алдынғы ҡарашлы, әүҙем егетебеҙ Рәнис Хәсәнов тәғәйенләнде. Уға етди генә һайлап алыу конкурсы аша үтергә тура килде, 20-нән ашыу дәғүәсе араһынан тап ул үҙен лайыҡлы итеп таныта алды. Рәнис Рәмил улы етәкселегендә 16 кешенән торған делегация Мәскәүҙә үткән ойоштороу съезында ҡатнашып ҡайтты. Республиканан ҡатнашыусыларҙың күбеһе, йәғни 13-ө балалар булды.
– Белеүебеҙсә, былтыр республиканың күп кенә мәктәптәрендә ярайһы уҡ күләмле капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Быға нисек өлгәшелде?
– Мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу программаһына ярашлы федераль үҙәктән ҙур суммала финанс ярҙам алыуға өлгәштек, беҙ уны ябайлаштырып, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы тип тә әйтәбеҙ. Был йәһәттән беҙ Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, 2022 йыл дауамында 63 мәктәп төҙөкләндерелде. Бында һүҙ стеналарҙы яңыртып буяу йәки линолеумды алмаштырыу тураһында ғына бармай, ғәмәлдә уларҙың барыһын да өр-яңынан төҙөлгән белем усағы тип әйтергә мөмкин. Айырым объекттар буйынса ҡарағанда капиталь ремонттың хаҡы 30 миллиондан алып 125 миллион һумғаса тәшкил итә. Мәктәптең тышҡы биҙәлешенән башлап, инеү урындары, уҡыу бүлмәләре, спорт залы, ашхана, аҙыҡ-түлек блоктары, сантехника ҡорамалдарына тиклем барыһы ла алмаштырыла. Биҙәү эштәрен башҡарғанда СанПиН нормаларына таянабыҙ һәм бер ыңғайҙан үҙебеҙҙең милли колорит элементтарына ла иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ. Бынан тыш, мәктәп янындағы биләмәләр төҙөкләндерелә: асфальт япма яңыртыла, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлә. Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ – уҡыу әсбаптары һәм мәктәп йыһазы тулыһынса яңыға алмаштырыла. Йыһазландырыуға, капиталь ремонттан тыш, айырым аҡса бүленә, ул әлегәсә һәр мәктәпкә 6 миллион 600 мең һумдан тура килде, был сумманы уҡыусылар һанына ҡарап күбәйтеү мөмкинлеге лә булды.
Быйыл тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ – 77 мәктәпте капиталь ремонтлау планға индерелгән. 2022 йылда 2,9 миллиард һум федераль аҡса бүленһә, 2023 йылға 3,6 миллиард һум һалынған, республиканан 700 миллион һумға яҡын өҫтәмә аҡса йүнәлтелә.
Дөйөм алғанда, 2026 йыл аҙағынаса кәм тигәндә 365 мәктәпте тулыһынса яңыртыуҙы маҡсат итеп алғанбыҙ. Был һан – Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан алдан килешелгән күрһәткес. Әгәр федераль үҙәктән ярҙам күләме күбәйтелһә, әлеге күрһәткестә генә туҡтап ҡалмаҫҡа, яңыртылған мәктәптәр һанын 900-гәсә еткерергә иҫәп тотабыҙ.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, Өфө районында яңы мәктәптәр төҙөү буйынса алты концессияға ҡул ҡуйылды, һөҙөмтәлә 6540 уҡыу урыны барлыҡҡа киләсәк. Бөтә мәктәптәр ҙә ҙур ғына буласаҡ.
– Беҙҙең республикала ғәмәлгә ашырылған “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проекты Рәсәй кимәлендә иң яҡшы тәжрибәнең береһе булараҡ билдәләнде...
– 2019 йылдан уңышлы тормошҡа ашырылып килгән был башланғыс тотош ил кимәлендә танылыу алды. 2021 йылда Рәсәйҙең мәғариф министры ҡушыуы буйынса ошо проект илдең барлыҡ субъекттарына өлгө булараҡ тәҡдим ителде. Йыл һайын шәхси балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинлеге биргән ике мең сертификат тапшырыла, быйылдан уларҙың һаны 2150 буласаҡ. Башланғыста Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары һәм Иглин районы ҡатнаша. Артабан республиканың башҡа төбәктәре лә ҡушылыр тип күҙаллайбыҙ.
Программаға ярашлы, бәләкәстәр шәхси балалар баҡсаһына йөрөй, әммә түләү муниципаль баҡсала ғына тиң булып ҡала, йәғни ата-әсә бер тин дә артыҡ түләмәй, айырма сертификат иҫәбенә ҡаплана.
– Былтыр нигеҙ һалынған тағы бер һәйбәт башланғыс – авиатөҙөлөш йүнәлешендәге инженер кластары асыу ниндәй ниәттәрҙе күҙ уңында тота?
– Был йәһәттән дә беҙ алдынғылар рәтендә. Улар республиканың Өфө, Күмертау, Нефтекама ҡалаларындағы һигеҙ мәктәптә барлыҡҡа килде. Был класта уҡыусылар әлеге йүнәлеш буйынса инженерия нигеҙҙәренә эйә булып, колледж һәм университеттарға уҡырға инергә әҙерләнә. Инженер кластарында белем алыу вуз һәм индустриаль партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота. Был уҡыусылар маҡсатлы ҡабул итеү буйынса уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә һәм уларҙы ошо тармаҡ предприятиеларында эшләйәсәк белгестәр итеп әҙерләү бурысы ҡуйыла.
– Шайморатов кластары булдырыу башланғысы ла оло маҡсаттар ҡуялыр?
– Мин был эште ҙур, хатта тарихи ваҡиға тип атар инем. Ошоғаса 79 шундай класс барлыҡҡа килде. Былтыр 11 октябрҙә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған мемориаль комплексты асыу тантанаһында махсус үткәрелгән конкурста еңеү яулаған 20 Шайморатов класы уҡыусылары ҡатнашты. Әйткәндәй, әлеге бәйге бик ҡыҙыу, сәмле барҙы, балалар теоретик, ғәмәли белемдәрен һынаны, “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашты һәм уларға республика Башлығы Радий Хәбиров шәхсән үҙе “шайморатовсы” исемен лайыҡлы йөрөтөргә фатиха бирҙе.
– Башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәренең тергеҙелеүенә бәйле аңлатма биреп үтһәгеҙ ине.
– Был фән совет осоронда, унан һуң да бөтә мәктәптәрҙә лә уҡытылып килде һәм 1994 йылда уҡыу планынан алынды. Башланғыс хәрби әҙерлек дәресен тергеҙеү тураһында һүҙ 1,5-2 йыл самаһы алып барылды. 2023/2024 уҡыу йылында ул пилот проекты рәүешендә илдең бер нисә төбәгендә уҡытыла башлаясаҡ. Беҙ ҙә ошо проектта ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Әлеге ваҡытта алда торған иң мөһим бурыстар – матди база булдырыу һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Был йәһәттән тәүге аҙым эшләнде лә инде: беҙҙә бына тигән “Патриот” үҙәге барлыҡҡа килде. Уҡыу йылы аҙағына тиклем унда бөтә республика мәктәптәренең Х класс уҡыусылары биш көнлөк әҙерлек үтәсәк. Биш көн күп тә түгел кеүек, әммә ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта егеттәр шул тиклем үҙгәрә, үҙҙәренә ышанысы арта, айырма иҫ киткес ҙур.
– Республика уҡыусыларының уҙған йылдағы уңыштарын, еңеүҙәрен барлап, нимәләр әйтерһегеҙ?
– Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы буйынса һөҙөмтәләр бик яҡшы һәм тос. Еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар һаны буйынса тәүге тапҡыр иң көслө ун төбәк исемлегенә инеүгә өлгәштек. Был ҙур еңеүҙәрҙең башы ғына тип һанайым, сөнки республика Башлығы тарафынан тәүге бишәү араһында булыу бурысы ҡуйылды. Быға өлгәшә алырбыҙ тип өмөтләнәм. Республикала “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге барлыҡҡа килеүе лә ошоға ышаныс бирә. Ул Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы хәрәкәтенең төбәк операторы булараҡ та эшмәкәрлек алып бара.
Йыллыҡ дәүләт аттестацияһы йомғаҡтары ла насарҙан түгел. XI класты тамамлаусылар араһынан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар һаны алдағы йыл менән сағыштырғанда саҡ ҡына аҙыраҡ булды: 2021 йылда – 103 уҡыусы, былтыр – 84. Әммә шәхсән үҙем имтихандарҙың һөҙөмтәлелеген 100 баллылар һанына ҡарап түгел, ә юғары, йәғни 80-дән күберәк балл йыйыусылар иҫәбенә ҡарап баһалау яҡлымын, сөнки 100 балл – ул оло бәхет. Саҡ ҡына яңылышып, йөҙгә бер генә балл етмәүе лә ихтимал. Ә юғары балл – ул аныҡ, төплө һөҙөмтә. Ковид, дистанциялы алымда уҡыу имтихан тапшырыуға кире йоғонто яһар тип борсолғайныҡ, әммә барыһы ла яҡшы булды: һәр фән буйынса тиерлек юғары балл йыйыусыларға ҡағылышлы күрһәткестәр яҡшырҙы. Был үҙ сиратында республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә лә йоғонто яһаны – уларҙа уртаса ҡабул итеү балдары артты. Был бер яҡтан һәйбәт күренеш, әммә шул уҡ ваҡытта көнәркәшлек, конкурс та ҡәтғиләнә тигән һүҙ.
Ошондай хәлдең килеп тыуырын алдан күҙаллап, йыл һайын Башҡортостан вуздарына ҡабул итеүҙең контроль күрһәткестәрен арттырыуҙы һорап заявка бирәбеҙ. Былтыр ҙа был һанды мең ярымдан күберәк урынға арттырыу мөмкин булды. Һөҙөмтәлә әле республика вуздарында 15 меңгә яҡын бюджет урыны булдырыу кимәленә еттек. Сағыштырыу өсөн: былтыр сығарылыш класс уҡыусыларының һаны 16200 булды. Бында XI кластан һуң колледждарға уҡырға ингән, сит төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарын һайлаған йәштәр булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Шуға күрә бөгөн республика вуздарында етерлек кимәлдә бюджет урындарына эйәбеҙ һәм һәр сығарылыш класы уҡыусыһының түләүһеҙ нигеҙҙә уҡырға инеү мөмкинлеге бар, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
– Уҡытыусылар һәм фән эшмәкәрҙәре ниндәй саралар менән дәртләндерелә?
– Был эш маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Былтыр иҡтисади хәлдең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға тәғәйен грант һаны кәметелде: 100 урынына 25 кешегә бирелде, әммә ярҙам суммаһы үҙгәрмәне – шул уҡ 690 мең һум булып ҡалды. Уның ҡарауы, быйыл был грант 150 йәш ауыл уҡытыусыһына биреләсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә әйтте. Федераль кимәлдәге “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы ла дауам итә: 2021 йылда – 44, 2022-лә лә – 44, ә быйыл 45 кеше бер миллион һум күләмдә матди ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Бында төп шарт – белгес талап ителгән ауыл мәктәбенә эшкә барыу.
Фән менән шөғөлләнгән йәштәргә, ғалимдарға ярҙам күрһәтеү ҙә – маҡсатлы алып барылған эшмәкәрлек. Былтыр ошо йүнәлештә 450 миллион самаһы аҡса бүленде. Бында һүҙ йәш ғалимдарға – аспиранттарға, фән кандидаттарына тәғәйен гранттар һәм донъя кимәлендәге ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырған фәнни авторҙар лабораторияларына булдырылған мегагранттар тураһында бара. Һуңғыһы 75-әр миллион һум тәшкил итә.
Республикабыҙ лайыҡлы рәүештә донъя фәненә аяҡ баҫа. Шулай уҡ йәш ғалимдарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә лә булышлыҡ күрһәтелә, был маҡсатта 360 самаһы кешегә аҡсалата сертификаттар менән ярҙам итеү күҙаллана. Фәнни белгестәргә Рәсәй һәм сит илдәр кимәлендә стажировкалар үтеү мөмкинлеге лә һаҡлана.
– 2022 йыл Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу йылы булараҡ үтте. Исемле йылды йомғаҡлап, нимәләр әйтерһегеҙ?
– Ысынлап та, был өлкә өсөн бик әһәмиәтле йыл булды ул. Урта һөнәри белем биреү тармағының бер ваҡытта ла ундай кимәлдә ярҙам алғаны булманы. Иң яҡшы йылдарҙа ла колледждарҙы ремонтлауға 60 – 80 миллион һум аҡса бүленә ине. Был аҡсаға нимә эшләп була? Иҙән, стена буяуҙарын яңыртып, бер аҙ түшәк кәрәк-ярағы һатып ала инек. 2021–2022 йылдарҙа 130 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеп, бөтә колледждарҙа ла түшәк кәрәк-ярағы яңыртылды. Алдағы бурыс – карауаттарҙы алмаштырыу. Бынан тыш, былтыр колледждарҙы ремонтлауға 500 миллион һум күләмдә аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә уҡыу корпустары, ятаҡтар яңыртылды, яңы оҫтаханалар барлыҡҡа килде. Шуға күрә урта һөнәри белем биреү системаһы киләсәктә лә тотороҡло үҫешәсәк, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар.
Әйткәндәй, 2022 йылда республикабыҙ демо-имтихан (урта һөнәри белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы формаһы) биреүселәр һаны буйынса ил күләмендә беренсе урын яуланы, йәғни беҙҙең колледждарҙың 20 меңдән ашыу студенты был һынауҙы уңышлы тапшырыуға өлгәште.
– Уҙған һәм башланып торған йылдың бюджеттары, уларҙы тотоноу йүнәлештәренә лә туҡталып үтәйек.
– Мәғариф һәр ваҡыт иң ҙур, әһәмиәтле тармаҡ булды һәм шулай булып ҡала, шуға күрә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары араһында иң ҙур бюджеттың – 71 миллиард һумдың тап ошо өлкәгә бүленеүе аңлашылалыр. Беҙҙең тармаҡ бер миллион кешене берләштерә, йәғни республикабыҙҙың һәр дүртенсе кешеһенең тормошо, эшмәкәрлеге мәғариф менән бәйле тигән һүҙ. Һандар теле менән әйткәндә: 150 мең педагог, производство мастерҙары, тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү, техник, ашхана хеҙмәткәрҙәре һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып вуз студенттарына тиклемге арауыҡтағы 830 мең бала.
2022 йылда федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса ла тос: йәмғеһе 2,3 миллиард һум. Бының эсенә класс етәкселәренә һәм колледждарҙағы төркөм кураторҙарына тәғәйен түләүҙәр, башланғыс класс уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итеү (1,9 миллиард һум) һәм башҡалар инә.
Бер ыңғай туҡланыу мәсьәләһенә лә туҡталып үтәйем. Йылдан-йыл уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү күрһәткесе арта бара. Әлбиттә, был йүнәлеште камил тип әйтә алмайбыҙ әлегә, әммә маҡсатлы эш алып барыла.
Нимәләр эшләргә кәрәк? Тәү сиратта, туҡланыу мәҙәниәте тәрбиәләү зарур, ә уға нигеҙ тап ғаиләлә һалына. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө балаларҙың тәмле тип яратып ашаған ризыҡтары – чипсы, татлы газлы һыу, бургер һәм башҡалар. Күпселек уҡыусылар сәләмәт туҡланыу ризыҡтарын тәмле тип тапмай, әммә тап шулар бала организмының дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ итә. Шуға күрә ошо йүнәлештә эш алып барыуҙы мөһим тип һанайбыҙ.
– Республикабыҙ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә билдәләнеп килә. Мәғариф тармағында был йәһәттән эштәр нисек тора?
– “Үҫеш нөктәләре” асыу, һанлы белем биреү мөхите булдырыу буйынса алдынғы урында киләбеҙ. Былтыр ауыл мәктәптәрендә 216 “Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа килде, 240 белем усағы һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Был ил буйынса иң ҙур суммалағы һатып алыу булды, һөҙөмтәлә мәктәптәр өсөн 6600 ноутбук алдыҡ. Бындай хәлдең тарихта булғаны юҡ ине әле. Уларҙың бер өлөшөн яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем, ҡалғанын сентябрь дауамында алыуға һәм эшкә ебәреүгә өлгәштек. Уларҙан информатика уҡытыусылары ғына түгел, башҡа педагогтар ҙа файҙалана. Ни өсөн тигәндә, “Үҫеш нөктәһе” нигеҙендә физика, химия, биология буйынса һанлы лабораториялар булдырыла. Уларҙа эш берҙәм рәүештә алып барыла.
Бынан тыш, ете “IT-куб” барлыҡҡа килде, был йәһәттән дә илдә алдынғылар рәтендәбеҙ. Ул – өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән өр-яңы алымдағы учреждение. Бында балалар программалау телдәрен һәм нигеҙҙәрен, кибер-хәүефһеҙлек алымдарын өйрәнә. Һуңғыһы хатта ололар араһында ла ҙур һорау менән ҡуллана, сөнки заман шуны талап итә.
IT йүнәлеш һәм ошо өлкә өсөн белгестәр әҙерләүҙең популяр булыуы бер кемгә сер түгел. Шуны күҙ уңында тотоп, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжына дүрт ҡатлы яңы бина бүлдек, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 400-гә яҡын бюджет урыны булдырыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ. Былтыр IT-белгеслектәр буйынса конкурс бер урынға 49 кешегә тиклем барып етте. Был йүнәлештә белем алырға теләгән йәштәргә үҙ республикаһында уҡыу мөмкинлеге киң булырға тейеш тип һанайбыҙ. Ғөмүмән, балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә эшсе һөнәрҙәргә иғтибар артыуы күҙәтелә, былтыр бер урынға 20 кеше дәғүә иткән эшсе һөнәр йүнәлештәре булды. 2022 йылда IX класты тамамлаусыларҙың 70 процентҡа яҡыны тиерлек урта һөнәри белем системаһын һайланы. Күптәр өсөнсө, дүртенсе курста уҡ эш башлай. Тимәк, ихтыяж бар. Ихтыяж булғас, беҙ ҙә тап ошо йүнәлештәрҙә бюджет урындарын арттырыу яҡлыбыҙ.
Был тармаҡҡа ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ: “Профессионалитет” федераль проектының барлыҡҡа килеүе. Уға ярашлы колледж һәм предприятие республика менән берлектә иҡтисадтың айырым бер тармағы буйынса белем биреү-производство кластеры төҙөүгә заявка бирә. Былтыр ошо йүнәлештәге тәүге кластерға нигеҙ һалынды: Өфө машиналар эшләү колледжы, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә яңы базаны булдырыуға һәм үҫтереүгә 100 миллион һум күләмдә грант алыуға өлгәштек. “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” предприятиеһы үҙ сиратында йыһазландырыуға 127 миллион һум бүлде, ә республиканың өлөшө 80 миллион һум самаһы тәшкил итте – был сумма ятаҡты ремонтлауға йүнәлтелде. Бөгөн Өфө машиналар эшләү колледжындағы үҙгәрештәрҙе күреп, һәр кемдең һоҡланғанына иманым камил.
2023 йылға тағы өс кластер булдырыуҙы бурыс итеп ҡуйҙыҡ. Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы, Стәрлетамаҡ политехник колледжы һәм Учалы тау колледжы нигеҙендә ошондай базалар асыу күҙаллана. Уларҙың һәр береһенең үҙ партнер-предприятиеһы бар.
– Былтыр мәктәптәрҙә инициатив бюджетлау буйынса проектҡа ярашлы эш башланды. Уның асылы нимәлә?
– Был йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ. 14 йәштән ҙурыраҡ уҡыусыларҙан торған команда үҙ мәктәбенә ҡағылышлы бер нисә проект әҙерләй. Бында уҡытыусылар ҙа, директор ҙа ҡатнашмай. Мәктәптә һайлап алыу этабын үткәндән һуң, иң шәп проекттар беҙҙең министрлыҡҡа ебәрелә. Артабан бойондороҡһоҙ эксперттар иң яҡшы 60 эште билдәләй. Еңеүселәргә республика 500 мең һум күләмендәге грант тапшыра.
Мәҫәлән, Борай районынан уҡыусылар үҙ мәктәбендә бына тигән ял һәм ижад биләмәһе булдырыу буйынса проект эшләп, еңеү яулап, ошо башланғысты тормошҡа ашырҙы. Һөҙөмтәлә ауыл мәктәбендә иҫ киткес матур әүҙем ял һәм үҫеш биләмәһе барлыҡҡа килде. Яңы төҙөлгән Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәләре лә ошо проектты тормошҡа ашырыу эшенә әүҙем ҡушылыр, тип ышанам.
– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Быйылғы йылда ла ҙур уңыштар, яңы еңеүҙәр юлдаш булһын!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА