Белем һәм тәрбиә
24 Февраль 2023, 16:00

Атҡа шулай менәләр!

Атҡа һикереп менгән малай тураһында - түбәндәге яҙмала.

Атҡа шулай менәләр!Атҡа шулай менәләр!
Атҡа шулай менәләр!

Инсаф - Гөлсинә менән Ирек Ғиззәтуллиндарҙың уртансы балалары, уға алты йәш. Уның Илгинә исемле апаһы һәм Руфина исемле һеңлеһе бар.

Ситтә йәшәгән ғаилә аҙна һайын тыуған Бөрйән районының Аҫҡар һәм Исламбай ауылдарына ата-әсәләренә ҡайтып, ярҙамлашып торалар. Шуға балаларға ла ауыл тормошо яҡын, үҙ - бында ашҡынып ҡайталар, иркен ишек алдында тәгәрәп йөрөп уйнайҙар, яңы һөнәрҙәр үҙләштерәләр, эшкә өйрәнеп үҫәләр.

Был ҡайтҡандарында Инсаф күптән ниәтләгән теләген бойомға ашырған: атта үҙаллы йөрөргә өйрәнгән. Тырыш, ныҡышмал, яҡшы мәғәнәһендә үҙ һүҙле малай ул, тиҙәр уның тураһында. Инсафтың ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө яҡлы: балалар баҡсаһында үткәрелгән сараларҙа ла ул иң әүҙеме, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә ярата, спорт уйындарына ла сос.

Апаһы менән һеңлеһенә шул тиклем иғтибарлы, уларҙы ҡурсалап, хәстәрләп кенә тора. Әсәһе менән атаһына, олатаһы менән өләсәйҙәренә лә ҙур ярҙамсы ул. Бына шундай шәп малай үҫә был ғаиләлә.

Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас