

Оҙайлы йәйге каникулдар башланды. Ҡыҙ һәм малайҙар рәхәтләнеп төрлө ял лагерҙарына юлланды. Әйткәндәй, Башҡортостан етәкселеге балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға һәр саҡ ҙур иғтибар бүлә.
Мәҫәлән, Мәсәғүт ауылы гимназияһындағы көндөҙгө лагерҙың тормошо менән беҙҙе лә таныштырҙылар. Ул бер генә сменала эшләйәсәк, әле бында 250 бала (I – V класс уҡыусылары) һаулығын нығыта. Лагерҙа һигеҙ отряд эшләй.
– Беҙҙә һәр көн берәй темаға арналған, шуға ярашлы саралар үткәрәбеҙ, – тип һөйләй Мәсәғүт гимназияһының көндөҙгө лагеры директоры Лариса Вилданова. – Унда һәр береһе ҡатнашып ҡалырға тырыша, берәүгә лә моңһоуланырға бирмәйбеҙ, ҡыҫҡаһы, балаларҙың асылыуы, хатта йомоҡтарҙың да алда йөрөүе, әүҙем булыуы оҡшай.
Лариса Данис ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙ һәм малайҙар иртәнге 9-ға килә, линейканан һуң төрлө саралар башлана. Ике тапҡыр ашатыу ойошторолған. Ә төштән һуң барыһы ла өйҙәренә таралыша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙең балаларын исемлеккә иң беренсе булып яҙғандар.
Беҙ Гиннестар рекорды көнөнә тура килдек. Иртә менән иң оҙаҡ зарядкаға йыйылдылар. Кемдең аяҡ табаны иң яҫыһы? Һәр отрядтан берәр кеше ҙур итеп аяҡ эшләп алып килгән. Хатта бер малайға атларға дуҫтары ярҙам итте. Уның оҙонлоғо һәм яҫылығы ғәжәп итте. Шулай уҡ "иң оҙон ҡул", "иң оҙон сәс", "иң оҙон бармаҡ" конкурстарында ла иң-иңдәр асыҡланды. Тағы ла ныҡ итеп ҡысҡырып көлөү буйынса бәйге үтте. Вадим ҡарап тороуға сибек кенә, әммә ул ярышта алдынғылыҡты бирмәне.
Балалар лагерҙа ғына була тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Хәйер, Балаларҙы халыҡ-ара яҡлау көнөндә ҡыҙ һәм малайҙар төрлө һүрәттәр төшөрөп, таланттарын күрһәткән. Тыныслыҡ тураһында күп һүрәттәр булған. Тәбиғәт ҡосағына сығыуҙары, райондың иҫтәлекле урындарына сәфәр ҡылыуҙары – шуға асыҡ миҫал. Барыһына ла Дыуан тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы оҡшаған. Күмәкләшеп тә, айырым да фотоға төшкәндәр. "Комета" отряды пионервожатыйы Зилә Ишменова һөйләүенсә, улар сараларҙы балалар аҙаҡтан һағынып иҫләрлек итеп уҙғарырға тырыша.
Илдар АҠЪЮЛОВ