Белем һәм тәрбиә
6 Июнь 2023, 17:40

Әүҙем йәштәрҙе “iВолга” йәштәр форумында ҡатнашырға саҡыралар

21 июлдән 29-ына тиклем Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының “iВолга” йәштәр форумы үтә.

Әүҙем йәштәрҙе “iВолга” йәштәр форумында ҡатнашырға саҡыраларӘүҙем йәштәрҙе “iВолга” йәштәр форумында ҡатнашырға саҡыралар
Әүҙем йәштәрҙе “iВолга” йәштәр форумында ҡатнашырға саҡыралар

21 июлдән 29-ына тиклем Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының “iВолга” йәштәр форумы үтә.

Унда ҡатнашыр өсөн 8 июнгә тиклем https://ivolgaforum.ru/ рәсми сайтында, шулай уҡ “Росмолодежь. События” платформаһында -  https://events.myrosmol.ru/events/ivolga2023 теркәлергә мөмкин.

Форумдың көнүҙәгендә – “Ваҡиғаларҙы ойоштороу”. Программала мәғариф сменаһы буйынса 8 тренинг, махсус трек буйынса 3 дәрес, йәштәр проекты конкурсы, фәнни һәм ғәмәли конференциялар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмә, фестивалдәр, төрлө ярыш-турнирҙар, эксперттар менән осрашыуҙар, дискуссиялар, шулай уҡ мәҙәни-ял итеү, спорт- туристик саралар ҡаралған.

Программа сиктәрендә 8 профиль смена тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы “Тәрбиә оҫталары” сменаһы өсөн яуаплы. Ул йәш педагогтарҙы, мәктәп, вуз остаздарын йыя, улар үҙ сиратында мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр менән эшләү тәжрибәһен күрһәтәсәк. Форумда шулай уҡ 3 трек эше ойошторола: Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте менән берлектә төҙөлгән “Беренселәр быуыны”, Волга буйы федераль округы йәштәр парламенттары ассоциацияһы ойошторған махсус трек – “Йәштәр парламенты”,  медиа ҡеүәте үҫешенең теоретик һәм практик базаларын берләштергән “Медиалаборатория” ғәмәли белем алыу майҙансығы.

Форумда Рәсәй Федерацияһы субъектының төрлө төбәктәренән 18 -35 йәшлек әүҙемселәр ҡатнаша ала. 14 йәштән өлкәндәргә платформалағы һәр контентты ҡарау мөмкинлеге булдырыла.

Форум Һамар өлкәһендә 2013 йылдан РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ярҙамында үткәрелә. Ойоштороусылары – Һамар өлкә хөкүмәте һәм Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ.

Фото:samaragis.ru  


  
 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас