Белем һәм тәрбиә
16 Июня 2023, 11:30

Лагерға бушлай юллама алып була

Һәр йәһәттән әүҙем уҡыусыларға "Орленок" балалар һауыҡтырыу үҙәгендә бушлай ял итеү мөмкинлеге бар. 

Лагерға бушлай юллама алып булаЛагерға бушлай юллама алып була
Лагерға бушлай юллама алып була

Башҡортостан Респрубликаһының "Беренселәр хәрәкәте" Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте Стәрлебаш районының "Орленок" балалар һауыҡтырыу үҙәгендә төбәк сменаны теркәүҙе аса.

Лагерға эләгеү өсөн ғариза яҙырға һәм сайтта (https://рдш.рф/competition/3739) конкурс һайлап алыуын үтергә кәрәк.  

Смена ете көн эшләй. Унда балалар Хәрәкәт менән танышасаҡ, социаль проектлауға өйрәнәсәк, үҙҙеренең ижади мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырасаҡ, ә иң мөһиме - ял итәсәктәр!

Әле икенсе һәм өсөнсө сменға теркәү бара (икенсе смена 31 июлдән 6 авгусҡа тиклем, өсөнсө смена 23 - 28 августҡа тиклем). 11 -17 йәшлек балалар сменала ҡатнаша ала.

Фото: #РДДМРБ 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас