Белем һәм тәрбиә
24 Октября 2023, 15:20

Вуз-ара студенттар кампусында керамик биомедицина импланттарын етештереү планлаштырыла

Әлеге ваҡытта лаборатория спейсерҙар, ваҡытлыса протездар, хирургик бүлек өсөн протездар әҙерләй.

Вуз-ара студенттар кампусында керамик биомедицина импланттарын етештереү планлаштырылаВуз-ара студенттар кампусында керамик биомедицина импланттарын етештереү планлаштырыла
Вуз-ара студенттар кампусында керамик биомедицина импланттарын етештереү планлаштырыла

Вуз-ара студенттар кампусында 3D-печать технологияһында керамик биомедицина импланттарын етештереү планлаштырыла.

Башҡорт дәүләт медицина университетындағы аддитив технологиялар лабораторияһы проекты беренсе сиратта төҙөлгән кампустың IQ-паркының бер ҡатында урынлашасаҡ. Лабораторияның төп эшләнмәһе – аҡыллы импланттар етештереү. Ул барлыҡ этаптарында ла уйланылған: проект башланғандан алып кешегә ҡуйылғанға тиклем. Бының өсөн медицина изделиеһы нисек эшләнә, операция мәлендә үҙен нисек күрһәтә һәм һәр этапта пациенттың туҡымалары менән үҙ-ара тәьҫирен аңларға кәрәк.

Әлеге ваҡытта лаборатория спейсерҙар, ваҡытлыса протездар, хирургик бүлек өсөн протездар әҙерләй. Протез өсөн формалар лабораторияла эшләнгән ысул ярҙамында етештерелә, аҙаҡ изделие стерилләнә һм операция бүлмәләренә тапшырыла.

https://vk.com/bashkortostan_gov?w=wall-210206459_9969

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас