Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Декабрь 2023, 21:40

Кампусҡа халыҡсан исемде йәш ғалим уйлап тапҡан

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Вуз-ара кампусҡа арналған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Унда ҡатнашыусыларға яңы университет ҡаласығынды уҡыу, ятаҡтарҙа йәшәү, фән менән шөғөлләнеү тураһында яҙып йә видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалырға тәҡдим ителгән.

Кампусҡа халыҡсан исемде йәш ғалим уйлап тапҡан
Кампусҡа халыҡсан исемде йәш ғалим уйлап тапҡан

 Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә Вуз-ара кампусҡа арналған конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Унда ҡатнашыусыларға яңы университет ҡаласығынды уҡыу, ятаҡтарҙа йәшәү, фән менән шөғөлләнеү тураһында яҙып йә видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалырға тәҡдим ителгән.

Конкурсанттар өс номинацияла – “Вуз-ара кампустың слоганы һәм иң яҡшы халыҡсан атамаһы” , “Ни өсөн мин кампуста уҡырға\эшләргә теләйем?” (видео), “Яңы кампусты көткәндә” – көс һынашты.

Бүләкләү тантанаһында Өфөләге вуз-ара кампус етәксеһе Сергей Гладких ҡатнашты, еңеүселәрҙе ҡотланы һәм студенттар ҡаласығының мөһим мәсьәләләре тураһында һөйләне.

Конкурсанттарҙы ҡотлауға шулай уҡ БР Киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Фәнис Әхмәтов та ҡушылды.

Кампус өсөн иң яҡшы халыҡ атамаһын - Пегас тип - йәш ғалим, инженер Илдар Мырҙағәлиев уйлап тапҡан. Ҡанатлы ат – пегас - юғарыға хәрәкәт, маҡсат символы, тип аңлатҡан ул үҙ эшен.

Мәктәп уҡыусыһы Станислав Кузнецовтың видеоролигы беренсе урынға лайыҡ тип баһаланған. Ул студенттарҙың социалләшеүе, уҡыу һәм аралашыу өсөн уңайлы мөхиттең мөһимлеген тураһында һөйләне.

Һөҙөмтәлә конкурста өс номинацияла туғыҙ ҡатнашыусы призлы урындар яуланы.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22423/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: