Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Декабрь 2023, 22:10

Университет ректоры Вадим Захаров Йәш ғалимдар конгресында сығыш яһаны

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында фән менән шөғөлләнер өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Университет ректоры Вадим Захаров Йәш ғалимдар конгресында сығыш яһаны
Университет ректоры Вадим Захаров Йәш ғалимдар конгресында сығыш яһаны

“Сириус” фән һәм сәнғәт паркында (Краснодар крайы) III Йәш ғалимдар  конгресы үтә. Унда Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров та ҡатнаша.

- Бөгөн дәүләт, федераль күләмдә лә, төбәктәрҙә лә, йәш ғалимдарға ярҙам итә. Уның өсөн төрлө инструменттар файҙаланыла: фәнни тикшеренеүҙәр өсөн гранттар, йәштәр лабораториялары төҙөү өсөн инфраструктур проекттар, алдынғы фәнни-белем биреү үҙәктәрендә стажировка үтеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар бүлеү һәм башҡалар, - тип һөйләне Вадим Захаров.

Ул шулай уҡ йәш ғалимдарға ҙур яуаплылыҡ һалынғанлығын, нәҡ улар технологик суверенитетты формалаштырыу һәм илебеҙҙең сит илдәргә бәйле булмауын хәл итергә тейешле икәнлеге тураһында һөйләне. Шуның өсөн уларға (йәш ғалимдарға) университетта уҡыған тәүге йылынан уҡ фән менән әүҙем шөғөлләнергә, алдарына амбициоз маҡсаттар ҡуйырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында фән менән шөғөлләнер өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ә вуз-ара кампустың төҙөлөүе инде мөкинлектәрҙе арттыра ғына.

https://pravitelstvorb.ru/news/22422/

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: