Бөтә яңылыҡтар

“Китап байрамы”нда балалар әҙәби фестивале буласаҡ

Өфөләге Совет майҙанында үтәсәк “Уҡы! Булдыр! Сағыу йәшә!” балалар әҙәби фестиваленә саҡырабыҙ.   

“Китап байрамы”нда балалар әҙәби фестивале буласаҡ
“Китап байрамы”нда балалар әҙәби фестивале буласаҡ

“Уҡы! Булдыр! Сағыу йәшә” XII танып-белеү балалар әҙәби фестивале Өфөлә икенсе халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһендә үтә. Уны “Формат-М” нәшриәте Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында ойоштора.

“Формат-М” нәшриәте, балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү алымдары булараҡ, балалар әҙәбиәтен, ғаилә ижадын һәм ҡул эштәре менән мауығыуҙы әүҙем пропагандалай. Китап-журнал баҫтырып сығарыуҙан тыш, редакция оффлайн һәм онлаййн фестивалдәр, оҫталар, шул эшкә өйрәтеүселәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрә.

Быйылғы фестивалдә викторина һәм күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Балалар әҙәби фестивале китап йәрминкәһенең төп темаһы – “Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы” тигән теманы алға ҡуя. Рәсәйҙең милли мәҙәниәттәр традицияларына арналған фестивалдең ижади программаһында оҫталыҡ дәрестәре һәм төрлө темаға сығыштар әҙерләнә. Саҡырылған яҙыусылар балаларҙы төрлө телдәрҙә нәшерләнгән китаптар менән таныштырасаҡ. Төрлө техника менән башҡарылған (мамыҡ уйынсыҡ, йәбештереү, пластилин әүәләү, кейеҙҙән тегеү, квиллинг, классик һәм традицион булмаған һүрәт төшөрөү, туҡымаға һүрәт төшөрөү һ.б.) эштәр Башҡортостан символдарына һәм А.С. Пушкин әкиәттәренә арнала.

Балалар фестивалендә ҡул эштәренә, ғаиләлә, мәктәптә һәм китапханала бергәләп ижад итеүгә өйрәткән баҫмалар тәҡдим ителәсәк.  

Өфөләге Совет майҙанында үтәсәк “Уҡы! Булдыр! Сағыу йәшә!” балалар әҙәби фестиваленә саҡырабыҙ.   

Фото һәм сығанаҡ:  https://mgazeta.com/news/novosti/2024-05-15/v-ufe-na-knizhnoy-yarmarke-kitap-bayram-proydyot-detskiy-literaturnyy-festival-3766863

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: