Бөтә яңылыҡтар

Вуз-ара кампуста ғалимдар менән осрашыу булды

БДМУ-ның Фундаменталь медицина институтын асыу тантанаһына Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев килде. 

Вуз-ара кампуста ғалимдар менән осрашыу булды
Вуз-ара кампуста ғалимдар менән осрашыу булды

БДМУ-ның Фундаменталь медицина институтын асыу сиктәрендә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев менән РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Башҡорт дәүләт медицина университеты бүлексәләрендә булды.

Ҡунаҡтар молекуляр генетика, иммунология, көпшә күҙәнәктәре һәм биобанк лабораторияларының эше тураһында белде. Лаборатория етәкселәре тормошҡа ашырылған проекттар һәм уларҙың һөҙөмтәләре, индустриаль партнерҙар менән үҙ-ара эш итеү хаҡында һөйләне.

Визит программаһына БДМУ-ның Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге менән танышыу ингәйне, унда ҡунаҡтарға Аlloplant аллотрансплантат етештереү процесы күрһәтелде.

Сәфәр аҙағында Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында БДМУ-ның ғалимдары менән осрашыу үткәрҙе.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24433/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: