Бөтә яңылыҡтар

Вуз-ара кампустың 70 студенты грантлы миллионер булды

Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙең иң яҡшы биш юғары уҡыу йорто исемлегендә 2-се урынды алды.

Вуз-ара кампустың 70 студенты грантлы миллионер булды
Вуз-ара кампустың 70 студенты грантлы миллионер булды

Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды 2024 йылда «Студент стартапы» конкурсында еңеүсе булған проекттар исемлеген раҫланы. Илдең ике мең студенты үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн берәр миллион һум аласаҡ.

Өфө фән һәм технологиялар университеты еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш юғары уҡыу йорто исемлегендә 2-се урынды алды - уның 70 студенты стартап булдырыуға грант ярҙамы алды. Былтыр улар 49 ине.

Ә географик бүлеү сиктәрендә Башҡортостан биш лидер иҫәбендә 4-се урынға сыҡты. Өфө фән һәм технологиялар университетының иң күп хупланған бизнес-проекттары «һанлы технологиялар», «яңы материалдар һәм химик технологиялар», «яңы приборҙар һәм интеллектуаль етештереү технологиялары», «креатив индустриялар» йүнәлештәре сиктәрендә тупланған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24452/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: