Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Август , 19:30

Студенттарҙың яңы проекттары менән танышҡығыҙ киләме?

Өфөнөң юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусында FORMULA sae класындағы уҙыш болидтары күргәҙмәһе үтәсәк.

Студенттарҙың яңы проекттары менән танышҡығыҙ киләме?
Студенттарҙың яңы проекттары менән танышҡығыҙ киләме?

16 августа Фән айы сиктәрендә Өфөлә студенттар кампусы майҙансығында уҙыш болидтары экспозицияһы һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының UGATU Racing Team командаһы менән таныштырыу була. Ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ проектлау һәм 3d-баҫма, композит технологиялар өсөн материалдар һәм пилотһыҙ системалар менән эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә.

UGATU Racing Team уунит командаһы халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ярыш автомобилдәрен, электр мотоциклдары, болидтар эшләй. Студенттарҙың инженер-техник командаһы донъяның күп илдәрендә үҙ эшләнмәләрен тәҡдим итә, шулай уҡ «студент формулаһы», Smartmoto Challenge, Shell Eco marathon кеүек төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Автомобиль инженерҙары берләшмәһе нигеҙ һалған «Студент формулаһы» белем биреү проекты техник ҡарарҙарға ижади ҡараш булдырырға, шулай уҡ йәш белгестәрҙә инженер фекерләүен формалаштырырға ярҙам итә. Студенттар командаһы эш барышында автомобиль эшләү компанияһының тулы циклын булдырған. Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһы уҙыш автомобилдәре өлкәһендә генә түгел, тотош автомобиль тармағында, шул иҫәптән пилотһыҙ һәм электр йүнәлештәрендә асылған автомобилдәрҙе булдырыу һәм яңыртыу өсөн үҙ алдына яңы маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя, – тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университетының технологиялар трансферы үҙәге директоры урынбаҫары Тимур Рәжәпов.

Сарала ҡатнашыу бушлай, теркәлеү талап ителә.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, август Евразия фәнни белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы кампуста фән айы тип иғлан ителде. Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын фәнгә һәм заманса технологиялар донъяһына сумыу көтә. Ойоштороусылар киң маҡсатлы аудиторияға һәм төрлө йәш төркөмдәренә иҫәпләнгән оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, танып белеү экскурсиялары, стратегик сессиялар, күргәҙмәләр һәм квиздар әҙерләгән.

Фән айы сиктәрендә юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында мәктәп уҡыусыларын да, студенттарҙы ла, йәш ғалимдарҙы ла ҡыҙыҡһындырырлыҡ, заманса фән мөмкинлектәрен киңәйтер һәм республикабыҙҙың күп кенә халҡын йәлеп итерлекс саралар планлаштырылған, – тип билдәләне БР Фәнни-тикшеренеү үҙәгенең  идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова.

Евразия фәнни белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы, ул РФ Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм Фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: