Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Август , 19:00

Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды

Быйыл билдәле булыуынса, форум Өфөлә түгел, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтә.

Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды
Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды

Был сара республикабыҙ уҡытыусылары өсөн генә түгел, бөтә йәмғиәттең алдағы уҡыу йылының үҫешен билдәләүсе сара булып тора. Форум нәҡ шундай фекер менән башланып китте лә. Стәрлетамаҡҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан мәктәп директорҙары, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, уҡытыусылар, методистар һәм ата-әсәләр комитеттары ағзалары йыйылды.

Кәңәшмәнең бер майҙаны бөгөн 3-сө Башҡорт лицей-интернаты һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла эшләне. «Башҡортостан Республикаһында Дәүләт тел сәйәсәте: төбәк тәжрибәһе һәм тормошҡа ашырыу перспективалары» тип аталған дискуссия майҙансығында ҡунаҡтарҙы сәләмләп,  Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән  министры Илдар Мәүлетбирҙин сәләмләне. Илдар Марат улы үҙенең сығышында залда ултырған педагогтарға рәхмәттәр еткереп, дәүләт наградалары тапшырып үтте һәм шулай уҡ Башҡортостандың бөгөнгө мәғариф торошо буйынса ла фекерҙәрен еткерҙе.

Форумдың төп өлөшө иртәгәгә планлаштырылған. Сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмаларҙа уҡырһығыҙ.

Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды
Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды
Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды
Стәрлетамаҡта Республика педагогтарының август кәңәшмәһе башланды
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: