Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Август , 15:30

17 августа 17 автобус тапшырылды

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика педагогтарының август кәңәшмәһе үтә. Был форум быйыл Өфөнән ситтә ойошторола. Уҡытыусыларҙы, уҡыу йорттары етәкселәрен, мәғариф эшмәкәрҙәре менән аралашырға, ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та барҙы.

17 августа 17 автобус тапшырылды
17 августа 17 автобус тапшырылды

Кәңәшмә башланыр алдынан Радий Хәбиров белем биреү учреждениелары директорҙарына 17 яңы автобус асҡысын тапшырҙы.

– 1 сентябрь алдынан мәктәп автобустарын тапшырыуға шатбыҙ. Республиканың 52 меңдән ашыу балаһының уҡыу көнө мәктәп автобусынан башлана – шундай ҙур армия. Иң мөһиме – юлдарҙа хәүефһеҙлек булһын. Ә хәүефһеҙлек – яңы, яҡшы автобустар һәм профессиональ водителдәр. Шуға күрә бөгөн мин яңы техниканың асҡыстарын тапшырыуҙы бик теләп ҡабул итәм. Аварияһыҙ йөрөүҙе теләйем, сөнки мәктәп водителенең эше бик яуаплы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы. – Хөрмәтле мәктәп директорҙарын яҡынлашып килгән белем Көнө менән ҡотлайым! Һеҙгә һәм һеҙҙең коллективтарға һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем. Уҡыусыларығыҙҙы һағынғанһығыҙҙыр, моғайын. Эшкә тотонабыҙ.

Төбәк етәксеһе «Вектор NEXT»маркалы яңы быуын автобустарының береһен ҡарап та үтте. Машиналар навигация системаһы менән йыһазландырылған,

Төбәк етәксеһе «Вектор NEXT» маркалы яңы быуын автобустарының береһен ҡарап сыҡты. Машиналар навигация системаһы, тахографтар менән йыһазландырылған, улар заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Бынан тыш, биш автобус өҫтәмә рәүештә салондарҙы көсәйтелгән йылытҡыстар менән йыһазландырыла. Был транспорт саралары 15 муниципалитет мәктәптәренә оҙатыла. 2019-2024 йылдарҙа мәктәп автопарктарын 700 автобус тулыландыра. Шуларҙың 253-ө төбәк бюджеты иҫәбенә һәм 447-һе федераль ярҙам ярҙамында һатып алынған.

Яңы автобустарҙы Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Мәсетле, Миәкә, Тәтешле, Өфө, Яңауыл райондары, Күмертау, Сибай һәм Өфө ҡалалары мәктәптәренә тапшырҙылар. Башҡортостанда уҡыусыларҙы уҡыу урынына бөтәһе 1 523 автобус алып килә. Улар 2 638 тораҡ пункттан 52 206 баланы ташый.

 

Зарема ҒАЙСИНА, Әбйәлил районы Амангилде ауылы мәктәбе директоры:

– Был ваҡиға мәктәп өсөн ҙур шатлыҡ, сөнки беҙ өс ауыл балаларын йөрөтөп уҡытабыҙ. Һәр ата-әсәнең дә балаһын мәктәпкә алып килергә мөмкинселег юҡ, ә бына яңы, йылы, хәүефһеҙ автобуста улар улын-ҡыҙын күңел тыныслығы менән уҡырға оҙатып ҡала. Шуға балалар, ата-әсәләр, коллегаларым исемән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республика, район етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ. Әйткәндәй, беҙ яңы мәктәп төҙөлөүен дә көтәбеҙ.

17 августа 17 автобус тапшырылды
17 августа 17 автобус тапшырылды
17 августа 17 автобус тапшырылды
17 августа 17 автобус тапшырылды
17 августа 17 автобус тапшырылды
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: