Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Август , 22:00

Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…

Стәрлетамаҡта өс көн дауамында “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтә.

Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…

Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс көн дауамында “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтә. Бөгөн – сараның икенсе көнө. Фестиваль ҡала тарихы менән бәйле, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип XVIII быуат рус сауҙагәре Савва Тетюшевты иҫәпләйҙәр. Йола буйынса Фестивалдең төп майҙансығы булып Салауат Юлаев исемендәге сквер тора, нәҡ унда XX быуат башына тиклем сауҙагәрҙәр йәрминкәләре үткәрелгән дә инде.

Бөгөн сараның икенсе көнө. Шулай уҡ байрам Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғаларының яңыртылған яр буйҙарында, ҡаланың үҙәк урамдарында үтә. Фестивалдә ҡатнашыусылар ҡаланың тарихи майҙанынан һәм Хоҙайбирҙин урамынан милли кейемдәрҙә атлап һәм «Гөлнәзирә» башҡорт милли бейеүе менән асты, унда Стәрлетамаҡҡа, шул иҫәптән Белоруссиянан килгән коллективтар ҡатнашты. Үҙенсәлекле сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул Фестиваль ҡунаҡтарын сәләмләне, уларға яҡшы кәйеф, ә ҡалаға тотороҡло үҫеш теләне.

– Дүртенсе тапҡыр Стәрлетамаҡ иҫ киткес фестиваль үткәрә. Ул тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа – ул Башҡортостандың һәм Бөтә Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм берҙәмлек, күп милләтле дуҫлыҡ байрамы. Ҡунаҡсыллыҡ фестивален йылы ойоштороу өсөн ҡала халҡына рәхмәт белдерәм. Йылдан-йыл бында сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән делегациялар күбәйә бара, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тыныслыҡ һәм именлек теләйем. Беҙ һеҙҙең менән бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, әммә барыһы бергә һәм берҙәм булғанға күрә, һәр һынауҙы үтәрбеҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы үҫтерәсәкбеҙ. Байрам менән! – тигән теләктәрен дә еткерҙе Радий Хәбиров.

Байрамды асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров «Йыл Меценаты» наградаларын да тапшырып үтте. Әйткәндәй, конкурс нәҡ ошондай үҙ ҡалаһына битараф булмаған эшҡыуарҙар ярҙамы менән Стәрлетамаҡтың көнүҙәк социаль-иҡтисади мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың, эшҡыуарҙарҙың һәм шәхси кешеләрҙең хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү маҡсатында үткәрелә.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестиваленең тематик майҙансыҡтарын да ҡарап үтте. Уларҙың береһе – һөнәрселәр йәрминкәһе ине. Унда Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенән, республиканың ҡала һәм райондарынан 330 оҫта үҙ эштәрен тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе уларға халыҡ кәсептәрен тергеҙеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Стәрлетамаҡҡа фестивалгә беренсе йыл ғына килмәйбеҙ. Беҙҙең өсөн был үҙ изделиеларыбыҙҙы күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу, Башҡортостандан коллегаларыбыҙҙың ниндәй йүнәлештә эшләүен ҡарау мөмкинлеге тора. Был продукциялар сығарыу өсөн яңы баҙарҙар табыу ысулы ла. Бындай фестивалде ойоштороуығыҙ һәм ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Стәрлетамаҡта үҙебеҙҙе ысын сауҙагәр итеп тоябыҙ, – тип билдәләне Һамар оҫталары республика етәксеһе менән аралашҡан мәлдә. «Икмәк-тоҙ бульвары» майҙансығында төбәк етәксеһе «Башспирт» һәм «Рәсәй һөтө» компаниялар төркөмөнөң Стәрлетамаҡ филиалы стендтары менән танышты. Предприятие вәкилдәре үҙҙәренең яңы продукцияһын тәҡдим итте.

Фестиваль сиктәрендә республика Башлығы «Креатив индустриялар көнө» форумында ла булды. Ул Башҡортостанда тәүгә үткәрелә һәм эшҡыуарҙарҙы, эксперттарҙы, шулай уҡ был йүнәлеш буйынса фекер лидерҙарын берләштерҙе. Форум сиктәрендә «Мәғариф һәм кадрҙар», «Креатив мөхит», «Креатив эшҡыуарлыҡ һәм креатив продукттарҙы үҫтереү», «Креатив берләшмә», «Промыслалар һәм һөнәрҙәр», «Кино һәм медиа», «Һанлы креатив индустриялар», «Мода», «Сәнәғәт дизайны», «Музыка, башҡарыу сәнғәте», «Мәҙәни мираҫ, музейҙар” тематик блоктары буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары үтте. Ҡатнашыусылар ижади индустрияларҙың киләсәге образын, ижади суверенитетты, эшҡыуарлыҡтағы трендтарҙы, баҙарҙарҙағы көнүҙәк һорауҙарҙы, ватан продуктының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген, шулай уҡ тармаҡтың кадрҙар мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәлеп итеүсәнлеген арттырыу өсөн креатив индустрияларҙы үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ижади һәм талантлы кешеләрҙең берләшкәненә бик шатмын. Һеҙҙең күптәрегеҙҙе берлектәге проекттар буйынса беләм, – тип сәләмләне осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Әгәр Стәрлетамаҡты алһаҡ – фестиваль үткән майҙан бында иң ысын ижади урын булып тора. Беҙҙең бурыс – инфраструктура булдырыу, ә һеҙҙең бурыс – уны йөкмәтке менән тултырыу. Мин күптән түгел ил Президенты Владимир Владимирович Путин ҡул ҡуйған «Рәсәй Федерацияһында креатив (ижади) индустрияларҙы үҫтереү тураһында» закондың асылын яҡшы аңлайым. Уның маҡсаты – ижади кешеләрҙе берләштереү һәм уларға ресурстар биреү. Финанслау менән нығытылған тейешле федераль программа булыр тип ышанам. Тимәк, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән республикала яңы ҡыҙыҡлы проекттар булдыра аласаҡбыҙ.

Эштәр араһында Өфөнән «Фабрика» универмагы вәкилдәре башҡортостанда мода өлкәһендә креатив индустрияның үҫеше тураһында һөйләне, мәҫәлән. Компания республиканың 70 дизайнеры менән хеҙмәттәшлек итә. Өс йыл ярым эшләү дәүерендә универмаг эшләгән брендтар һаны арта. Артабан уның партнерҙары билдәлелек ала һәм бөтә ил буйынса үҙ магазиндарын аса. Шуға күрә «Фабрика» етәкселеге республика ярҙамында халыҡ – ара евразия модаһы үҙәген булдырырға ниәтләй.

Башҡортостан Башлығы был башланғысты хупланы һәм юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы нигеҙендә мода өлкәһендә эксперт бүлеген асыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

– Хәҙер беҙҙә уникаль мөмкинлек бар, сөнки күп кенә брендтар китте, ә халыҡҡа кейенергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, белорустар яҡшы кейем тегеп, үҙ продукцияһын ярата, үҙҙәре лә уны рәхәтләнеп кейә. Республикабыҙҙа ла был урынды үҙебеҙҙең етештереүселәр биләргә тейеш. Һеҙҙең проекттар тураһында һөйләшергә әҙермен.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы креатив индустрия вәкилдәренә ярҙам итеү буйынса республика программаһын башлау мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте һәм төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығына мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

Ғөмүмән алғанда, Башҡортостан Башлығы һәр муниципалитетта бренд сараларын үткәреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– "Сауҙагәр 2.0" – республиканың иң сағыу фестивалдәренең береһе. Былтыр унда 60 мең кеше ҡатнашты. Быйыл да ҡунаҡтар күп, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Фестивалде әҙерләү һәм уны яҡшы үткәреү – ҙур хеҙмәт. Бында иҡтисад та бар, етди һатыу күләме лә бар. Ә был халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү өсөн яҡшы стимул. Ул бик матур, кешеләрҙең кәйефе яҡшы. Мин бында рәхәтләнеп киләм!..

Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа…
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: