Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Август , 17:30

Үҙәк фәнни үҫешкә яңы юлдар аса

Республика етәкселеге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеген юғары баһалай. 

Үҙәк фәнни үҫешкә яңы юлдар аса
Үҙәк фәнни үҫешкә яңы юлдар аса

ФӘН

Беҙҙең Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Рәсәй үҙәктәре араһында үҙен баштан уҡ лидер булараҡ танытты. Мәҫәлән, 2022 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса беҙ донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәренең беренсе категорияһына индек. Был категорияла бер нисә ғилми-белем биреү үҙәге, әммә Евразия үҙәге – төбәк базаһында булдырылған берҙән-бер үҙәк. Рәсәйҙә бөтәһе донъя кимәлендәге 15 ғилми-белем биреү үҙәге бар.

"Беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ул ғилми асыштар үҙәгенә әүерелһен, ә ғалимдарыбыҙҙың асыштары ғәмәлдә ҡулланылыш тапһын өсөн булдырҙыҡ. Хәҙерге шарттарҙа был тағы ла әһәмиәтлерәк була бара”, – тип билдәләгәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙәктең тәүге йылдарҙағы эшмәкәрлеген баһалап. 

 
Мәҫәлән, 2023 йылда рейтингта еңеү яулау беҙҙең республикаға ғилми-белем биреү үҙәге үҫешенә өҫтәмә рәүештә 158 миллион һум аҡса килтерә. Был иһә студенттар өсөн өҫтәмә бюджет урындары булдырыуға, йәш ғалимдарға яңы мөмкинлектәр асыуға, юғары уҡыу йорттары һәм компаниялар араһында кооперацияға һәм Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә килтерәсәк, тип иҫәпләй белгестәр.

Быйыл май башында Өфө вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең ғилми лаборатория етәкселәре менән осрашҡайны.

– Беҙ һеҙҙе, кампусыбыҙҙың тәү сираты – IQ-паркка, юҡҡа ғына саҡырманыҡ. Беҙ һеҙҙең уның фән өсөн биргән мөмкинлектәрен күреүегеҙҙе теләнек, – тигәйне Радий Хәбиров, осрашыуҙы асып. – Шул уҡ ваҡытта беҙ проектлауҙың әүҙем фазаһында. Йәй аҙағына тиклем дөйөм майҙаны 120 мең квадрат метрлыҡ кампустың икенсе сиратын төҙөй башлаясаҡбыҙ. Был – беҙҙең өсөн бик амбициялы бурыс, сөнки 2025 йылдың аҙағына тиклем уны тапшырырға тейешбеҙ. Лабораторияларыбыҙҙың билдәле бер ҡаҙаныштары бөгөндән бар. Өс йыл элек донъяла танылыу яулаған алдынғы ғалимдар етәкселегендәге тағы дүрт ҙур ғилми лабораторияға үҫешергә мөмкинлек биргән мегагранттар бүлергә ҡарар иттек. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.

Төбәк башлығы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.

2022 йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ Милли фәнни-технологик үҫеш рейтингында дүртенсе урынды алды. Был – республика ғалимдарының уңыштарынан барлыҡҡа килгән бик юғары һөҙөмтә. Ә фәнни йәштәргә, йәғни аспиранттарға һәм йәш фән кандидаттарына ярҙам күрһәтеү кеүек күрһәткес буйынса республика өсөнсө урынды биләй.

Бөгөн республиканың алдынғы фәнни эшләнмәләре Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә туплана. Шулай уҡ республикала тикшеренеүҙәргә һәм йәш ғалимдарға булышлыҡ итеү саралары бихисап. Мәҫәлән, республикабыҙҙа 75-шәр миллион һумлыҡ мегагрант алған лабораториялар бар.

БДМУ-ның Биомедицина импланттары һәм изделиелары лабораторияһы етәксеһе, Гейдельберг университеты (Германия) Трансфузион медицина һәм иммунология институтының Тыумыштан иммунитет һәм толерантлыҡ лабораторияһы етәксеһе Юлия Кжышковски грант алған проект сиктәрендә фундаменталь һөҙөмтәләр ҙә, продукттың прототибы ла - заманса һәм оҙайлы имплант алыуға өлгәшеүен билдәләй.

- Проект ярҙамында йәш, талантлы ғалимдарҙың фәнни карьераһы башланды. Бындай гранттар йәштәр өсөн ҙур стимул бирә, - ти Юлия Кжышковски.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ғилми-белем биреү үҙәге коллективы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләй. Мәҫәлән, үҙәк эшмәкәрлегендә планға ярашлы барлыҡ күрһәткестәргә өлгәшелгән, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса - уларҙан күпкә артығыраҡ.

Атап әйткәндә, тикшеренеүҙәр һәм асыштар секторында техник ҡоралландырыу буйынса план күрһәткесе бер кешегә 4 865 һумдан һигеҙ тапҡырға артҡан, һәм 38 756 һумға еткән. Яңы юғары технологик эш урындары һаны 4 484 берәмеккә етте, ул 982 урынлыҡ план күрһәткесенән 4,5 тапҡырға күберәк. Ә иҡтисадтың реаль секторына тапшырылған, конкуренцияға һәләтле технологиялар һәм юғары технологиялы продукттар һаны йыллыҡ пландан 87 процентҡа күберәк һәм 161 позиция тәшкил итә (план буйынса 86-ға ҡарата).

Бынан тыш, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә бер нисә йүнәлеш буйынса киберспорт мәктәбе эшләй башланы. 2024 йыл аҙағында киберспорт буйынса республика турниры үткәрергә планлаштыралар. Төбәктә шулай уҡ “Өҫтөнлөк 2030” стратегик академик лидерлыҡ федераль программаһында ҡатнашыусылар даирәһен киңәйтәләр. Былтыр унда ҡатнашыуға Башҡорт дәүләт аграр университеты дәғүә иткәйне.

Наталия Латипова 2023 йылдың авгусында Өфөлә асылған Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортоноң эше хаҡында ла һөйләне. Уның базаһында йәштәр өсөн даими лекциялар һәм төрлө слёттар уҙғарыла. Милли тикшеренеү үҙәгенең Рәсәйҙең һәм дуҫ дәүләттәрҙең алдынғы ғилми учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүен үҫтереү - эштең мөһим йүнәлеше. Әйтәйек, Курчатов институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә уның базаһында башҡорт ғалимдарының стажировкаһы ойошторола.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: