Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Сентябрь , 12:00

Яһалма интеллектты өйрәнәбеҙ

23 сентябрҙән 13 октябргә тиклем миҙгелдәге беренсе "Һанлы дәрес" үтә.

Яһалма интеллектты өйрәнәбеҙ
Яһалма интеллектты өйрәнәбеҙ

2024 йылдың 23 сентябренән 13 октябренә тиклем яңы миҙгелдә беренсе «Һанлы дәрес» үтә, уның темаһы - «Яһалма интеллект: промпт-инжиниринг».

Дәрестең стратегик партнеры һәм йөкмәткеһен әҙерләүсе - Сбербанктың эксперт ярҙамы менән "Киләсәккә өлөш индереү"хәйриә фонды. Проект "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең өсөн яһалма интеллект - ул киләсәк түгел, ә ысынбарлыҡ. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда AI Journey халыҡ-ара яһалма интеллект конференцияһында белдерҙе.

Бөгөн беҙ яһалма интеллекттың генератив моделдәренең кешеләрҙең партнерҙарына әүерелеүен һәм төп ресурсы булып китеүен күрәбеҙ, ә улар менән һөҙөмтәле аралашыу – профессиональ эшмәкәрлектең уңышлы нигеҙе.

"Бөгөн яһалма интеллект - иң көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе, тап шул рәүешле илебеҙҙең сәнәғәттән алып медицинаға тиклемге бөтә тармаҡтарын үҫтереү күҙ уңында тотола. «Киләсәккә өлөш индереү» хәйриә фондынан промпт-инжиниринг буйынса яңы «Һанлы дәрес»е кадрҙар резервын – яһалма интеллект өлкәһендәге белгестәрҙе формалаштырыу мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.

Дәрестәр төрлө йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы булырлыҡ итеп төҙөлгән: 1-4-се, 5-9-сы, 10-11-се кластар өсөн. Төрлө ҡоролмаларҙа дәресте уңайлы үтеү өсөн мобиль версия эшләнгән. Бары тик телефон һәм интернетҡа инеү генә кәрәк.

«Һанлы дәрес» материалдары педагогтар өсөн методик тәҡдимдәр менән оҙатыла. Уларҙа кластарҙың төрлө техник йыһазландырылыуын иҫәпкә алып, дәрестәр үткәреү сценарийҙары тәҡдим ителәсәк. Уҡытыусыларҙы өҫтәмә әҙерләү өсөн 19 сентябрҙә проект сайтында (https://урокцифры.рф) дәресте әҙерләүселәр менән дистанцион уҡытыу сараһы үтәсәк. Эксперттар уҡытыусыларға методик материалдарҙы аңларға һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарында яһалма интеллект ҡулланылышы тураһында күберәк белергә ярҙам итәсәк.

Һис шикһеҙ, яһалма интеллект кеше эшмәкәрлегенең бөтә тармаҡтарында ла алмаштырғыһыҙ элемент булып тора. Шуға күрә «Киләсәккә өлөш индереү» фонды һәр кемгә һанлы күнекмәләрҙе үҙләштерергә ярҙам итеү өҫтөндә эшләй.

Белешмә: "Һанлы дәрес" - йыл һайын үткәрелгән бөтә Рәсәй акцияһы, ул илебеҙҙең эре компаниялары һәм ойошмалары (Яндекс, VK, Касперский лабораторияһы, "1С" фирмаһы, Росатом, Һаҡлыҡ банкының "Киләсәккә өлөш индереү" хәйриә фонды, Гк Астра, Авито) менән берлектә алтынсы тапҡыр үткәрелә.

Сара уҡыусыларҙа һанлы компетенцияларҙы үҫтереүгә һәм иртә һөнәри йүнәлеш алыуға йүнәлтелгән: тематик дәрестәр IT-өлкәләге перспективалы һөнәрҙәр менән яҡынданыраҡ танышырға һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшҡыуарлыҡ, тикшеренеү һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк. Уҙған уҡыу йылында «Һанлы дәрес»кә 21,4 миллиондан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, дәресте 2,9 миллион кеше алған.

Фото: https://урокцифры.рф/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: