Белем һәм тәрбиә
11 Сентябрь 2024, 12:05

Профессор Москалев вуз-ара кампусҡа һоҡланды

Ул үҙәктә урынлашҡан лабораторияларға баһа бирҙе.

Профессор Москалев вуз-ара кампусҡа һоҡландыПрофессор Москалев вуз-ара кампусҡа һоҡланды
Профессор Москалев вуз-ара кампусҡа һоҡланды

Түбәнге Новгород дәүләт университетының Ҡартайыу биологияһы институты директоры, ғалим-биолог, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһынының мөхбир ағзаһы Алексей Москалев Өфөлә фәнни-популяр лекция уҡыны һәм Башҡортостандың инновацион ҡеүәте менән танышты.

Башҡортостандың баш ҡалаһына сәфәре сиктәрендә ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтында, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ Фундаменталь медицина институты лабораторияларында булды.

Ғалим вуз-ара кампустың йәш ғалимдар өсөн юғары кимәлдә йыһазландырылыуын һәм йәлеп итеүсәнлеген билдәләне.

- Мине ҡала үҙәгендә төҙөлгән вуз-ара кампус хайран ҡалдырҙы, сираттағы сауҙа рәттәрен булдырыу урынына заманса яҡты бина, унда йәш ғалимдарҙың тәжрибәле коллегалары менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн киңлектәр, йыһазландырылған лаборатория майҙандары ҡаралған - былар барыһы ла бөгөн үк һәләтле йәштәрҙе йәлеп итә. Был эш йәшәй һәм үҫешәсәк тигәнде аңлата. Көслө яҡшы ғалимдар аҙ - белемдең яңы быуынға тапшырылыуы мөһим. Һәм бында бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, – тип билдәләне Алексей Москалев.

Рәсәй ғалимы шулай уҡ Өфөлә "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәге майҙансығы лекторийында сығыш яһаны. Профессор генетиканың эволюцияһы, ваҡытынан алда ҡартайыу билдәләре, ғүмер оҙайлығы программаһы, оҙон ғүмер гендары тураһында һөйләне һәм тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24927/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас