Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Сентябрь 2024, 13:55

Вуз-ара кампус резиденты Дағстан университеты менән хеҙмәттәшлек итә

Документтарға ике юғары уҡыу йорто етәкселәре ҡул ҡуйҙы.

Вуз-ара кампус резиденты Дағстан университеты менән хеҙмәттәшлек итә
Вуз-ара кампус резиденты Дағстан университеты менән хеҙмәттәшлек итә

Дағстан медицина университеты делегацияһы Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университетының потенциалы менән танышыу һәм ике юғары уҡыу йортоноң партнерлығын киңәйтеү өсөн килде.

Дағстан дәүләт медицина университеты ректоры Висампаша Ханалиев һәм йәмәғәт бәйләнеше һәм социаль-тәрбиә эше буйынса проректор Ренат Ҡорбанисмаилов клиник база: БДМУ клиникаһы, университеттың ғилми лабораториялары, вуз-ара студенттар кампусы, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге менән танышты.

Сәфәрҙең тәүге көнөндә БДМУ һәм ДДМУ менән белем биреү, ғилми-тикшеренеү, медицина һәм фармацевтика эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документтарға ике юғары уҡыу йорто етәкселәре ҡул ҡуйҙы.

Килешеү өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүҙе, үҙ-ара мәғлүмәт, фәнни һәм белем биреү материалдары менән алмашыуҙы, мәғлүмәт базаларына һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарына инеү мөмкинлеген биреүҙе, фәнни тикшеренеүҙәр үткәргәндә консультация һәм методологик ярҙам күрһәтеүҙе, берлектәге ғилми стратегиялар эшләүҙе һ. б. күҙ уңында тота.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24985/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: