Белем һәм тәрбиә
20 Сентябрь 2024, 13:30

Радий Хәбиров студенттар менән осрашты

Ул «Фән һәм университеттар» милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.

Радий Хәбиров студенттар менән осраштыРадий Хәбиров студенттар менән осрашты
Радий Хәбиров студенттар менән осрашты

19 сентябрҙә Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика вуздарының студенттар активы -профсоюз вәкилдәре, студенттар советтары һәм ятаҡтары лидерҙары, спорт, мәҙәни һәм ирекмәндәр клубтары етәкселәре менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың майында төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Башҡортостанда Республика студенттар советы ойошторолдо, уның составына студенттарҙың үҙидара лидерҙары инде. Уның бурысы – төп йүнәлештәр буйынса уҡыу төркөмдәре, курстар һәм факультеттар кимәлендә ижад, спорт, ирекмәнлек, медиа, гранттар, бизнес һәм фән буйынса дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу.

Радий Хәбиров үҙенең инеш һүҙендә һуңғы йылдарҙа республика вуздарының сифатлы үҫеш өсөн өҫтәмә импульс алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан дөйөм ятаҡтарҙы капиталь ремонтлау буйынса яңы федераль программала ҡатнашасаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы республика вуздары студенттарының үҙҙәренең уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр биргән «Фән һәм университеттар» милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.

Артабан осрашыу барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас