Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь , 13:00

Балалар уны ярата

Өсөнсө класс уҡыусылары “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсының төп бүләге "Йәйғор" шифаханаһына юлламаны үҙҙәренең уҡытыусыһы – Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Миләүшә Ишбулды ҡыҙы ХӘМИТОВАның яулауын теләй. 

Балалар уны ярата
Балалар уны ярата

Беҙҙең төркөмдә барған “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы - Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Ишбулды ҡыҙы Хәмитова.

21 йыл хеҙмәт стажы булған Миләүшә Хәмитова (Сабитова) - уҡытыусылар династияһынан. Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып үҫкән остаздың әсәһе лә, һеңлеһе лә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән. 1998 йылда 1-се Асҡар урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған, әсәһенең фиҙакәр хеҙмәтен күреп буй еткергән ҡыҙҙың алдында ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға тигән һорау тормай - әлбиттә, уҡытыусы буласаҡ ул!

Миләүшә Ишбулды ҡыҙы БДУ филиалы Сибай институтында "Башланғыс мәктәптә педагогика һәм методика" йүнәлеше буйынса уҡып диплом ала. Артабан Әбйәлил районының Таштуй мәктәбендә, Асҡар ауылында Таһир Күсимов исемендәге гимназияла белем бирә. 

2009 йылда Сибай ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенә эшкә күсә. Бер юлы БДУ филиалы Сибай институтында уҡый, 2012 йылда ҡыҙыл дипломға эйә була, "Инглиз теле уҡытыусыһы" һөнәрен ала. 2019 йылда данлыҡлы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына уҡытырға бара. Әлеге мәлдә 3Б класы етәксеһе, фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары.

Миләүшә Ишбулды ҡыҙы балалар менән бар күңелен һалып эшләй. Уҡыусылар төплө белем биргән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ярҙам иткән, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәргә йөрөткән тырыш, дәртле, һөйкөмлө остаздарын шул хәтлем ярата. Конкурсантыбыҙҙың тормош девизы ла юҡҡа ғына "Уңыш уңғандарға йылмая" түгелдер.

Егәрле уҡытыусының ҡаҙаныштары һәм наградалары ла ошо хаҡта асыҡ һөйләй.

ҠАҘАНЫШТАРЫ:
"Йыл уҡытыусыһы-2012" ҡала конкурсында 1-се урын;
"Йыл уҡытыусыһы-2021" ҡала конкурсы еңеүсеһе;
"Йыл уҡытыусыһы-2021" Республика конкурсында "Хәҡиҡәт тыуған илемдә" номинацияһы еңеүсеһе;
2022 йыл, ҡала мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусылары араһында фәнни-методик эштәр конкурсында 2-се урын;
2022 йыл, ҡала командаһы составында "Кәрәҙ" республика педагогик марафонының" зона этабы еңеүсеһе, республика этабы финалсыһы.

НАГРАДАЛАРЫ:
Олимпиадалар һәм конкурстар призёрҙарын һәм еңеүселәрен әҙерләгән өсөн грамоталар;
Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының грамоталары һәм рәхмәт хаттары;
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының грамоталары;
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы.

Миләүшә Ишбулды ҡыҙы шәхси тормошонда ла бәхетле. Тормош юлдашы Самат менән шәхси хужалыҡтарында йәшәйҙәр. Быйыл ғына ҙур йорт һалып инделәр. Хәмитовтар ғаиләһе ике яҡтан да ата-әсәләренең төп ярҙамсылары ла. Сәйәхәт итергә яраталар. Хужабикә аш-һыуға ла бик оҫта, "тимер ат"ты ла йүгәнләгән. Ҡыҫҡаһы, бар яҡлап та булдыра.

Уға тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек!

Фото: М. Хәмитованың шәхси архивынан.

Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Балалар уны ярата
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: