14-15 ноябрҙә Өфөлә «Киләсәк технологиялары: фән һәм мәғарифты һанлаштырыу» исеме аҫтында «Фән 0+» XIV Бөтә Рәсәй Фән фестивале үтә. Ул IT-технологияларға һәм уларҙың фән, мәғариф һәм йәмғиәт үҫешенә йоғонтоһона арнала.
Төп майҙансыҡ булып донъя кимәлендәге "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы торасаҡ. Фестиваль сиктәрендә IT-технологиялар өлкәһендә яһалма интеллект һәм машина уҡытыуы, бизнес тарафынан фәнни эшләнмәләр индереү, технологияларҙы үҫтереү һәм коммерциялаштырыу өсөн инновацион ҡарарҙар һәм яңы мөмкинлектәр булдырыу, фәндең төрлө өлкәләрендә һанлы технологиялар, VR һәм AR-проекттар, белем биреү һәм фәнни маҡсаттарҙа виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты файҙаланыу кеүек төп темалар күтәреләсәк.
Фестивалде Рәсәй Фәндәр академияһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, «Р.О.С.КОМТЕХ» ғилми-производство предприятиеһы вуз-ара студенттар кампусы менән берлектә ойоштора.
Фестиваль сиктәрендә өфөләр кампус буйлап экскурсияларҙа һәм лаборатория хеҙмәткәрҙәренең оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала: төрлө биологик материалдан ДНК бүлеп сығарыу, аддитив технологиялар, виртуаль ысынбарлыҡта кейем проектлау өсөн һанлы "игеҙәктәр" яһау, киберспорт буйынса һ.б.
Фестиваль сараларында ҡатнашыу бушлай, онлайн һәм офлайн форматтарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралған. "Евразия" ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25156/