Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты уникаль һанлы логистика үҙәген асты. Ул «Өҫтөнлөк-2030» стратегик академия лидерлыҡ программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй башланы.
ӨФһТУ-ның һанлы логистика үҙәген асыу тантанаһында «Акселот Л» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бизнесты үҫтереү буйынса директоры Артем Долгих, университет етәкселеге, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, бизнес-партнерҙар ҡатнашты.
Яҡын киләсәктә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының алдынғы лабораториялары менән транспорт һәм логистика өлкәһендә берлектәге проекттар үткәреү планлаштырыла.
ӨФһТУ-ның һанлы логистика үҙәге логистика өлкәһендә белем алырға теләгән мәктәп уҡыусыларынан алып топ-менеджерҙарға тиклем бөтәһе өсөн дә асыҡ.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25186/