Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Октябрь , 17:15

Рәсәй - Иран халыҡ-ара үҙәге асыла

Ул Өфөләге вуз-ара кампуста урынлашасаҡ.

Рәсәй - Иран халыҡ-ара үҙәге асыла
Рәсәй - Иран халыҡ-ара үҙәге асыла

Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Иран Ислам Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Шәһит Бехешти университеты булышлығында Рәсәй - Иран халыҡ-ара үҙәге асыла. Был мөһим ваҡиға Өфө фән һәм технологиялар университетының Ирандың юғары уҡыу йорттары менән емешле бәйләнештәренең һөҙөмтәһе булып тора.

Ирандың алдынғы юғары уҡыу йорттары менән тәүге бәйләнеш 2023 йылда Өфө университеты вәкилдәре «Рәсәй һәм Иран: мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективалары» форумында ҡатнашҡанда булдырыла. Һуңыраҡ юғары уҡыу йорто Ибн Сина исемендәге ислам мәҙәниәтен тикшереү фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуя, шулай уҡ Иран полимерҙар һәм нефть химияһы институты, Алламе Табатабаи университеты һәм Шәһит Бехешти исемендәге университет менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй.

Үҙәктең маҡсатлы аудиторияһы Өфө университеты вәкилдәре генә түгел, ә был проблема менән ҡыҙыҡһынған һәм шөғөлләнгән уҡыусыларҙан һәм студенттарҙан алып Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәре буйынса ғалим-тикшеренеүселәргә һәм халыҡ-ара белгестәргә тиклем. Бында фарсы теле курстарын ойошторасаҡтар. Яҡын һәм Урта Көнсығыш теленең мәҙәниәтен белгән уҡыусыларҙы, студенттарҙы һәм белгестәр (иҡтисадсылар, политологтар, журналистар) өсөн илде һәм телде өйрәнеүгә әҙерлек алып барыласаҡ. Үҙәк базаһында студенттар ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә, конференцияларҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, семинарҙарҙа, шулай уҡ уның профилле осрашыуҙарҙа ҡатнаша ала.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25268/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: