«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының флагман проектының «Мин – профессионал» Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһының һигеҙенсе миҙгелендә Өфө фән һәм технологиялар университеты бишенсе тапҡыр рәттән ошо күләмле ярышты ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһаясаҡ.
Партнерҙар менән бергә юғары уҡыу йорто традицион рәүештә «Математик моделләштереү» йүнәлеше буйынса заданиелар әҙерләй һәм уларҙы үтәүселәрҙең иң яҡшыларын билдәләй, һәләтле студенттарға һәм потенциаль эш биреүселәргә «бер-береһен табырға» ярҙам итә.
Йыл һайын олимпиада студенттарҙың һорауҙарын һәм хеҙмәт баҙары перспективаларын иҫәпкә алып, яңы йүнәлештәрҙә үҫешә. Алдағы миҙгелдә проект 71 предмет өлкәһен үҙ эсенә аласаҡ, «Проект менеджменты» һәм «Һанлы продукт менән идара итеү һәм инновация» кеүек яңы дисциплиналар тәҡдим ителәсәк.
Олимпиада дипломанттары киләһе баҫҡысҡа уҡырға ингәндә льготалар аласаҡ, стажировка үтәсәк һәм алдынғы компанияларҙа эшләй башлаясаҡ. Миҙалсылар 300 мең һумға тиклем премия аласаҡ.
2024 йылда «Мин – профессионал» олимпиадаһы «Йәштәр һәм балалар» милли проектының йәш быуынды һәр яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән саралары иҫәбенә инә. Яңы миҙгелдең төп темаһы – «Рәсәйҙә эшләргә һәм уҡырға».
Олимпиаданың һайлап алыу этабы 15 ноябрҙән 1 декабргә тиклем үтә. Һуңғыһы 2025 йылдың февраленән апреленә тиклем үтәсәк. Олимпиадаға йомғаҡ 2025 йылдың майында яһаласаҡ.
Олимпиада «Мәғариф» милли проектының «Һәр кем өсөн социаль лифттар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25332/