Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Чанчжоу университеты берлектәге институт булдырыу тураһында килешеү төҙөнө, унда биш бакалавриат программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла, ә уҡыу дисциплиналарының 30 процентын алдынғы ғалимдар, ӨФһТУ уҡытыусылары инглиз телендә уҡытасаҡ.
Килешеүгә вуз-ара кампус резиденты ӨФһТУ делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре сиктәрендә өлгәшелде. Сәфәрҙең маҡсаты - юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәшлеген нығытыу һәм абруйын күтәреү, шулай уҡ Башҡортостанда фәнде һәм юғары белем биреүҙе үҫтереү.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар хеҙмәттәшлек перспективаларын, берлектәге институт булдырыу этаптарын тикшерҙе, унда Ҡытайҙан өс мең студент уҡыясаҡ һәм уҡытыусылар менән студенттарҙың алмашыу программалары эшләйәсәк. Биш бакалавриат программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Дөйөм алғанда, вуз-ара кампус резидентының һәм Ҡытай университетының хеҙмәттәшлеге яңы кимәлгә сыға.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25427/