Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Ноябрь , 18:45

Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары тикшерелде

2024 йылдың 26 ноябрендә күренекле башҡорт ғалимы-диалектологы, төркиәтсе, филология фәндәре докторы Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған XX Бөтә Рәсәй «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары тикшерелде
Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары тикшерелде

2024 йылдың 26 ноябрендә күренекле башҡорт ғалимы-диалектологы, төркиәтсе, филология фәндәре докторы Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған XX Бөтә Рәсәй «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Был ғилми форумды Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторҙо. Шулай уҡ конференцияны ойоштороусылар булып Рәсәй фәндәр академияһының тел ғилеме институты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ла тора.

Конференцияның пленар ултырышын Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина асты. Рәсәй фәндәр академияһының Тел ғилеме институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Андрей Александрович Кибрик,  Урал-алтай телдәре бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Анна Владимировна Дыбо, С.Ф. Миржанова тыуған Әбйәлил районынан рәсми делегация сәләмләү һүҙҙәре һәм емешле эш, конструктив диалог һәм һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү теләктәрен белдерҙе.

 Конференция Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының (Өфө, Мәскәү, Якутск, Чита, Элиста, Екатеринбург һ.б. ҡалалар) һәм яҡын сит илдәрҙең (Азербайжан, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан) ғилми берләшмәләре, академик институттары һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында онлайн- һәм офлайн-форматтарҙа үтте.

Конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәй һәм сит илдәрҙең төрки, славян, фин-уғыр телдәре диалектологияһының көнүҙәк теоретик, методологик, методик проблемаларының киң даирәһен тикшерҙе. Докладтарҙа һөйләштәрҙең һәм диалекттарҙың фонетик, семик, семантик, морфологик, һүҙ яһау үҙенсәлектәренең теоретик һәм практик мәсьәләләре, шулай уҡ лингвистик һәм уға бәйле фәнни дисциплиналар позицияһынан тарихи һәм синхрон тел ғилеме проблемалары сағылыш тапты. Диалект шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу ысулдары һәм методикаһы, хәҙерге диалект материалын йыйыу һәм теркәү проблемалары, шулай уҡ корпус телдәренең перспективалары тикшерелде.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙың сығыштары хәҙерге диалектологияның фәндең автоматлаштырылған һәм компьютерлаштырылған өлкәһе булыуын күрһәтте, ул гуманитар (лингвистик, тарихи, этнографик, культурологик, фольклор) фәндәрҙе генә түгел, ғәмәли (мәғлүмәт, математик, техник, шул иҫәптән эксперименталь фонетика мәғлүмәттәрен) фәндәрҙе тикшереү һөҙөмтәләренә лә таянды. Конференция сиктәрендә С.Ф. Миржанованың (1924 - 2000) Башҡортостан Республикаһының лингвистик фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө тураһында докладтар уҡылды. С.Ф. Миржанованың фәнни хеҙмәттәре диалектология, лингвистик география, тел бәйләнеше һәм этнолингвистика проблемаларына, халыҡ-ара һөйләү телмәре, әҙәби тел һәм диалекттар кимәлендә телдәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүен өйрәнеүгә арналған. Ғалимдың тикшеренеүҙәре башҡорт лингвистикаһы үҫешендә ҙур теоретик һәм практик әһәмиәткә эйә һәм башҡорт фәненең алтын фондына ингән.

Конференция барышында, экспедиция тикшеренеүҙәренә таянып, телдәрҙе һәм диалекттарҙы өйрәнеү ареаль лингвистиканың эшмәкәрлеге мәсьәләләрен, хәҙерге шарттарҙа айырыуса актуаллек алған туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларын яҡтырта, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Үҙ сиратында, туған телдәрҙең һәм диалекттарҙың үҫеү мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү, уларҙы һаҡлау һәм сифатлы үҫтереү күп милләтле Рәсәй дәүләтендә мәҙәниәттәр диалогының рухи нигеҙе булып тора.

 

Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары тикшерелде
Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары тикшерелде
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: