Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Декабрь , 18:00

Иҡтисад министры кампустың ғилми ҡеүәтен юғары баһаланы

Башҡортостанда Беларусь Республикаһы делегация булды.

Иҡтисад министры кампустың ғилми ҡеүәтен юғары баһаланы
Иҡтисад министры кампустың ғилми ҡеүәтен юғары баһаланы

Иҡтисад министры Юрий Чеботарь етәкселегендәге Беларусь Республикаһы делегацияһы Башҡортостандың фәнни инфраструктураһы менән танышты. Шулай уҡ «Белнефтехим» концерны рәйесе урынбаҫары Владимир Сизов, Беларусь Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Елена Малиновская, Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климин ҡунаҡҡа килде.

Делегация ағзалары Өфө фән һәм технологиялар университетында, шулай уҡ Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларында булды. Ҡунаҡтарҙа «аҡыллы» кейемде 3D-проектлау, перспективалы материалдарҙан медицина импланттары эшләү, техник ҡәнәфер етештереү һәм авиация төҙөлөшө өлкәһендә технология буйынса эшләнмәләр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25644/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: