Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы базаһында «Кампустар менән идара итеүҙең һөҙөмтәле моделдәрен булдырыу» стратегик сессияһы үтә. Программа РФ Мәғариф Һәм фән министрлығы тарафынан формалаштырылған һәм РАНХИГС-тың «Дәүләт идаралығы юғары мәктәбе» институтының модераторҙар командаһы етәкселегендә үтә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Рәсәйҙең 17 төбәгенән килгән стратсессияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ул кампустың беренсе йыл эшмәкәрлеге йомғаҡтарына туҡталды. Дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән юғары уҡыу йорттары-резиденттар белем биреү, ғилми һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеген тулы күләмдә йәйелдергән. 18 ғилми-тикшеренеү лабораторияһы урынлашҡан.
Кампус төбәктә булған иң алдынғыларҙы йәлеп итеү урыны булып тора. Бында СПАРКС киберспорт үҙәге , "МУХА" студияһы менән берлектәге анимация кластеры, креатив индустрияларҙы үҫтереү үҙәге, "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге урынлашҡан.
Кампус стеналарында мәктәп уҡыусылары өсөн даими экскурсиялар ойошторола. Ғәмәлдә, бөтә эш осоронда унда 200 меңдән ашыу кеше була. Улар өсөн 190-ға яҡын экскурсия һәм 300-ҙән ашыу сара үткәрелә.
«Фән һәм университеттар» милли проектының "Заманса кампустар селтәрен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стратегик сессия Өфөлә 2024 йылдың 11-13 декабрендә үтә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25685/