Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Декабрь , 13:44

Андрей Омельчук вуз-ара кампустың эше менән танышты

Өфөгә Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары килде.

Андрей Омельчук вуз-ара кампустың эше менән танышты
Андрей Омельчук вуз-ара кампустың эше менән танышты

Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Андрей Омельчук вуз-ара студенттар кампусы резиденттары - Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө нефть техник университеты лабораторияларын ҡараны, «Киләсәк моторҙары» һәм «Берлога» киберфизик инновациялар оҫтаханаһының эшмәкәрлеген баһаланы.

Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығы вәкилдәре өсөн IQ-парктың ғилми лабораториялары һәм инновацион майҙансыҡтары буйлап экскурсия «Кампустар менән идара итеүҙең һөҙөмтәле моделдәрен формалаштырыу» стратегик сессияһы сиктәрендә үтә.

Ҡунаҡтар кампустың продукция линейкаһын һатыу һәм ғилми лабораторияларҙы йыһазландырыу, республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте ойоштороу сиктәрендә өлгәшкән уңыштарын билдәләне.

Андрей Омельчук 2024 йылға йомғаҡ яһап, кампус менән һөҙөмтәле идара итеүҙең төп принциптарын һәм бурыстарҙы билдәләне.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25709/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: