Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Декабрь , 12:00

Студент сабыйҙары өсөн балалар баҡсаһы асылды

Хәҙер ата-әсәләр тыныс күңел менән уҡыясаҡ.

Студент сабыйҙары өсөн балалар баҡсаһы асылды
Студент сабыйҙары өсөн балалар баҡсаһы асылды

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университеты тантаналы рәүештә әсә һәм бала бүлмәһен һәм студенттар менән юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы балалар төркөмөн асты.

Сара ӨФһТУ-ның РФ Мәғариф һәм фән министрлығының «Әсәйеңә уҡырға ярҙам ит» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе арҡаһында мөмкин булды. Юғары уҡыу йорто балалар өсөн яңы майҙан ойоштороуға 2,4 миллион һум аҡса алған.

Әсә һәм бала бүлмәһе ата-әсәләргә өс йәштән алып биш йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау мөмкинлеген бирә. Ике бүлмәлә сабыйҙарҙы ашатыу, биләү һәм уйнатыу өсөн бөтә кәрәкле нәмә бар. Ошо арҡала студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстары менән тыныс шөғөлләнә аласаҡ.

Тантанала видеоэлемтә аша Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Ольга Петрова ҡатнашты.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25753/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: