Белем һәм тәрбиә
27 Декабрь 2024, 15:40

Кампус ғалимдары Арктиканы үҙләштереү эшләнмәһе өсөн награда алған

2022 йылда Андрей Воробьев етәкселегендәге команда Арктикала экстремаль геофизик ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы күҙаллауҙың уникаль системаһын эшләгән.

Кампус ғалимдары Арктиканы үҙләштереү эшләнмәһе өсөн награда алғанКампус ғалимдары Арктиканы үҙләштереү эшләнмәһе өсөн награда алған
Кампус ғалимдары Арктиканы үҙләштереү эшләнмәһе өсөн награда алған

Өфө университетының Евразия һанлы технологиялар үҙәге директоры етәкселегендәге авторҙар коллективы 2024 йылда Арктиканы һәм континенталь шельфты үҫтереүгә һәм үҙләштереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара фәнни, фәнни-техник һәм инновацион эшләнмәләр конкурсы лауреаты булды.

 2022 йылда Андрей Воробьев етәкселегендәге команда Арктикала экстремаль геофизик ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы күҙаллауҙың уникаль системаһын эшләгән.

 - Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Арктика зонаһында экстремаль геофизик ваҡиғалар тураһында халыҡты оператив хәбәр итеү системаһы әҙерләнде һәм тормошҡа ашырылды, ошо йүнәлеште үҫтереүгә Рәсәй ғилми фонды гранты, Рәсәй инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан стартапты финанслау алынды, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә был өлкәләге алдынғы ғилми коллективтар менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып барыла, - тип аңлатма бирә тикшеренеүсе.

2024 йылда ғалимдарҙың эше йыһан һауа торошоноң тәбиғи индикаторҙарын анализлау нигеҙендә Арктика төбәгенең техносфера хәүефһеҙлеген арттырыуға арналған. Асылда, был поляр балҡышты өйрәнеү. Тикшеренеүҙәр айырыуса Рәсәй Арктикаһының күпселек төбәктәренә хас түбән мәғлүмәт әҙ булған системалар өсөн әһәмиәтле. Өфө фән һәм технологиялар университеты коллективы был өлкәләге алдынғы ғилми коллективтар менән Рәсәйҙә генә түгел (Рәсәй Фәндәр академияһының Геофизика үҙәге, Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институты, Ғәмәли геофизика институты, Поляр геофизика институты, Ер физикаһы институты һ.б.), сит илдәрҙә лә (Шанхай университеты) әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25842/   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас