Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусында Өфө нефть университетының «Фәнни сәнғәт» күргәҙмәһе асылды. ӨДНТУ-ның йәш ғалимдары, студенттары һәм партнерҙары биосистемаларҙың үҙ-ара бәйләнешен күрһәтеп һәм кешенең уларға тәьҫир итеү, йоғонто яһау ысулдарын аңлатҡан нефть биомы тематикаһын тәҡдим итте.
Экспозицияның күпселек өлөшө «Нефть биомдары» картиналар серияһынан ғибәрәт. Уның авторҙары-технология факультеты һәм юғары мәғлүмәт һәм социаль технологиялар мәктәбе студенттары Гөлйемеш Сыртланова, Карина Әхмәтшина, Азалия Мөхәмәтйәнова, Аделина Бикбова һәм Екатерина Мошкина.
Һәр картина абстракт стилдә башҡарылған һәм төрлө биомдарҙың үҙенсәлекле һыҙаттарын һәм атмосфераһын сағылдыра: арктика, тауҙар, диңгеҙҙәр, сүллектәр, тайгалар һәм тропиктар.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ӨДНТУ-ның йәштәр сәйәсәте буйынса идаралығынан бүләктәр алды.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25827/