Белем һәм тәрбиә
28 Декабрь 2024, 10:48

Кампус төҙөлөшөнә федераль үҙәк аҡса һала

Сумма 11,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Кампус төҙөлөшөнә федераль үҙәк аҡса һалаКампус төҙөлөшөнә федераль үҙәк аҡса һала
Кампус төҙөлөшөнә федераль үҙәк аҡса һала

Ҙур сумма 2025 йылда федераль бюджеттан бүленәсәк. Ул вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөү өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажиндың һорауына яуап биреп, парламент уҡыуҙарында сумманы иғлан итте.

11,5 миллиард һум кампус төҙөлөшөн тамамлауға һәм уның операцион килемен финанслауға йүнәлтеләсәк. Ете миллиард һум бүлеү раҫланған да инде.

Спикер кампус төҙөлөшө шул тиклем тиҙ бара, финанслау уның артынан һәр ваҡыт өлгөрмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кампус Башҡортостан Хөкүмәте менән «Эталон» компаниялар төркөмө араһындағы концессия килешеүе буйынса төҙөлә.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obrazovanie/2024-12-27/v-stroitelstvo-kampusa-v-ufe-federalnyy-tsentr-vlozhit-11-5-milliarda-rubley-4069686

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас