25 ғинуарҙа билдәләнгән “Иң яҡшы студент” конкурсында ҡатнашыусы йәштәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Конкурсанттар араһындағы шәп ҡыҙҙарҙың береһе – Өфө күп профилле һөнәри колледжының беренсе курс студенты Илнара Бәширова.
Илнара – Благовар районының Балышлы ауылы ҡыҙы. Ул өс балалы татыу ғаиләлә үҫә, ағаһы һәм апаһы бар.
Ҡыҙ бәләкәйҙән һәләтле, ҡыҙыҡһыныусан була. Апаһының өлгөһөнә эйәреп, уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм Өфө күп профилле колледжына уҡырға инә. “Киләсәктә балаларға иғтибарлы, ғәҙел һәм талапсан уҡытыусы булырға теләйем. Бәләкәстәрҙе бик яратам, балалар донъяһын тәрәнерәк өйрәнергә лә теләгем бар”, - ти Илнара.
Өфө күп профилле һөнәри колледжына уҡырға ингәс тә ул үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға, асырға тырыша. Имтихандарҙы әлегәсә тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тапшырып килә.
Илнара бала саҡтан йырларға ярата. “Бала сағымдан гел үҙ алдыма йырлап йөрөй торғайным”, - ти үҙе. Йыр буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулап ҡайтҡан.
Илнара Бәширова – алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, аныҡ бурыстар билдәләп йәшәгән заман йәштәренең береһе. “Һәр ваҡыт алға ҡарап, алға ынтылып йәшәргә кәрәк”, - ти ул. Уның уй-маҡсаттарының береһе – уҡытыусы булыу менән рәттән йырсы карьераһын да үҫтереү. “Бәлки киләсәктә танылған йырсы ла булып китермен әле”, - ти студент ҡыҙ.
Фотолар: Бәшировтарҙың ғаилә альбомынан.