Белем һәм тәрбиә
12 Февраль 2025, 12:15

Ҡырғыҙстан делегацияһы вуз-ара кампуста булды

Өфөгә Ош дәүләт университетынан килделәр.

Ҡырғыҙстан делегацияһы вуз-ара кампуста булдыҠырғыҙстан делегацияһы вуз-ара кампуста булды
Ҡырғыҙстан делегацияһы вуз-ара кампуста булды

Ош дәүләт университеты (Ҡырғыҙстан Республикаһы) делегацияһы вуз-ара студенттар кампусында Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияларында булды. Делегация составына ОшДУ ректоры Аллабирҙе Кожабәков, ОшДУ-ның базис һәм клиник фармакология кафедраһы мөдире Ибраһим Атабаев, фармацевтика эшен ойоштороу һәм фармакогнозия кафедраһы мөдире Жекшен Мәмәтов инде.

Ике республиканың юғары уҡыу йорттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Делегация БДМУ клиникаһында, университеттың Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә булды, Фундаменталь медицина институты эше менән танышты.

Башҡорт дәүләт медицина университетының вуз-ара студенттар кампусындағы ғилми лабораториялары Ҡырғыҙстан коллегаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар кампустың дисциплина-ара тикшеренеүҙәр өлкәһендәге тәжрибәһен юғары баһалай.

БДМУ-ла әле биш меңгә яҡын сит ил студенты уҡый, уларҙың 18-е Ҡырғыҙстан Республикаһынан.

Ош дәүләт университеты делегацияһының визиты ике республика араһында мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлекте эҙмә-эҙлекле нығытыу ниәттәрен раҫлаусы мөһим сара булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Башҡортостандың юғары уҡыу йортонда.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26092/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас