Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2025, 10:30

"Мин – профессионал" конкурсы вуз-ара кампуста үтәсәк

Абруйлы интеллектуаль ярышта еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы 300 000 һумға тиклем аҡсалата приздар һәм башҡа наградалар көтә.

"Мин – профессионал" конкурсы вуз-ара кампуста үтәсәк"Мин – профессионал" конкурсы вуз-ара кампуста үтәсәк
"Мин – профессионал" конкурсы вуз-ара кампуста үтәсәк

Вуз-ара кампус резиденты «Мин — профессионал» федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыларҙы йыясаҡ. Өфө фән һәм технологиялар университеты бишенсе тапҡыр Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән талантлы бакалавриат, белгеслек һәм магистратура студенттарын үҙендә ҡабул итә.

Абруйлы интеллектуаль ярышта еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарының магистратураһына һәм аспирантураһына инеү өсөн льготалар, шулай уҡ ҙур компанияларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге, 300 000 һумға тиклем аҡсалата приздар һәм башҡа наградалар көтә.

Быйылғы миҙгелдең 71 йүнәлешенән етәүһе Өфө фән һәм технологиялар университетында тормошҡа ашырыла. Биотехнология, геология, экология һәм психология буйынса йомғаҡлау этаптары 15 һәм 16 февралдә үтә. Математика һәм физика буйынса — 22-23 мартта, математик моделдәр буйынса — апрель уртаһында. Биотехнология, геология, экология һәм психология буйынса олимпиаданың һуңғы этабын ойоштороусы булып Томск дәүләт университеты тора, ул Тәбиғәт һәм кеше институты, Гуманитар һәм социаль фәндәр институты менән берлектә ярыштарҙы үткәреүҙе координациялай.

Был йүнәлештәр буйынса бөтә илдән 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә: 60-ы – биотехнология, 50-һе – геология, 80-е – экология, 120 бала психология буйынса компетенцияларын раҫлаясаҡ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26125/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас