Белем һәм тәрбиә
19 Февраль 2025, 12:15

Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу

18 февралдә Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Киләсәк командаһы» төбәк ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыуАуыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу

Сара төбәктең агросәнәғәт комплексының 165 йәш белгесен һәм ауыл хужалығы профилендәге студенттарҙы йыйҙы. Улар тормошта үҙ урыныңды табыу темаһына панель дискуссияларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә, шулай уҡ ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн стартап-проекттар эшләү буйынса практик сессияларҙа ҡатнашты.

Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡортостандың илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Республикабыҙ һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса лидерҙар иҫәбенә инә. Беҙ ярайһы уҡ күп күләмдә иген, йәшелсә үҫтерәбеҙ, май һәм шәкәр етештерәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. - Индустриаль ауыл хужалығын булдырыу юлынан барабыҙ, инфраструктураны үҫтереүгә һәм производстволарҙы заманса яңыртыуға аҡса һалабыҙ. Миҫал килтерәм: 2018 йылдан алып беҙ 21 индустриаль ферма астыҡ, унда республикала етештерелгән бөтә тауар һөтөнөң 42 проценты етештерелә. Тармаҡ технологик яҡтан нығыраҡ үҫешә бара.

Республиканың ауыл хужалығында 50 мең самаһы кеше эшләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.

- Был кешеләр беҙҙе бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итә, – тине Радий Хәбиров. - Агросәнәғәт комплексында билдәле бер кадрҙар дефициты бар – Биш меңгә яҡын белгес етмәй. Беҙ ауыл эшен һайлаған йәш кадрҙарға ярҙам күрһәтеүҙе арттырҙыҡ.

Башҡортостан Башлығы республикала ауыл хужалығын үҫтереү өсөн төп бурыстарҙың береһе тип инвестициялар йәлеп итеүҙе атаны.

– Был өлкәнең һәр ваҡыт сығымлы буласағын аңларға кәрәк, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Ярҙамдың күп төрҙәре бар, уларҙың береһе – федераль гранттар һәм субсидиялар. 2025 йылда Башҡортостан буйынса улар биш миллиард һум самаһы тәшкил итә, өҫтәүенә льготалы банк продукттары бар. Яңы эш башлаған фермерҙар өсөн – «Агростартап» гранты, ә ғаилә бизнесын үҫтерергә теләүселәр өсөн «Ғаилә фермалары» гранты ҡаралған. Шуға күрә һеҙ, нигеҙҙә, дәүләт ярҙамы сараларының ярайһы уҡ үҫешкән системаһы барлығын аңларға тейешһегеҙ. Беҙ ауылға бик һаҡсыл ҡарарға тырышабыҙ.

Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл йәштәре вәкилдәренә «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» почет билдәләрен тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында - МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәткән республика вәкилдәре лә.

- Беҙ әле яугирҙәребеҙ өсөн күп эштәр башҡарған йәштәрҙе билдәләнек. Минеңсә, бөтә республикабыҙ – ҙур ирекмәндәр ғаиләһе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. - Залда яугирҙәргә ярҙам итмәгән бер генә кеше лә юҡтыр, тип уйлайым. Кемдер селтәр бәйләй, кемдер окоп шәмдәре эшләй, өсөнсөләре алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, бал һәм хатта автомобилдәр ебәрә. Егеттәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт.

***

Артабан республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ауыл йәштәре вәкилдәре Башҡортостанда зубр популяцияһын артабан үҫтереү пландары, шулай уҡ йылҡысылыҡҡа ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды.

- Зубрҙар тарихы яҡынса өс йыл элек барлыҡҡа килде. Был эштә бик күп нескәлектәр бар. Беҙҙең бурыс -республикала үҙенән-үҙе үрсетеүсе көтөү булдырыу. Был кәм тигәндә бер нисә йөҙ дана. Хәҙер төрлө көтөүҙәрҙән бер нисә хайуан килтерергә кәрәк. Шулай уҡ кешеләр был хайуандарҙы күҙәтә алһын өсөн яңы туристик маршруттар булдырыу планлаштырыла. Был республикабыҙҙы биҙәйәсәк, - тип яуапланы Радий Хәбиров. - Башҡорт атының тоҡомона килгәндә, 2023 йылда Роспатент Башҡортостанға «Башҡорт аты» атамаһына айырым хоҡуҡ бирҙе. Бында беҙ ике теманың "ҡойроғон тотабыҙ". Был - Баймаҡта тоҡомдо һаҡлауға, спорт йылҡысылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Башҡорт аты» фестивале. Икенсе тема – Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу, уның визит-үҙәген Шишмәлә астыҡ та инде. Уның эргәһендә Башҡорт аты Һәм һунар ҡоштары үҙәген төҙөйәсәкбеҙ.

***

Осрашыуҙа күтәрелгән тағы бер тема - экологик туризмды үҫтереү һәм республикала экофермалар булдырыу.

- Хәҙер йәштәр тирә-яҡ мөхиттең торошон, тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлауҙы хәстәрләй. Был ҡыуаныслы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Республикала экофермалар барлыҡҡа килә башланы. Туристар бындай урындарға килергә ярата. Унда тәбиғәт тә матур, дөрөҫ туҡланыу ҙа ойошторола. Республикала матур урындарҙа төҙөлгән глэмпингтар һаны ла артты. Беҙ бындай эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙербеҙ – субсидия проект хаҡының яртыһын тәшкил итә. Әйткәндәй, апрелдә мин глэмпинг хужалары менән осрашыу үткәрергә планлаштыра инем.

***

Шулай уҡ йәштәрҙе республика ауылдарында алкоголде ҡулланыуға ҡаршы көрәш темаһы борсой. Радий Хәбиров был мәсьәләне хәл итеүҙең төбәк халҡының именлеге өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда түбәнерәк. Ни өсөн? Шул иҫәптән алкоголь арҡаһында. Беҙ бының менән көрәшә башланыҡ, мәҫәлән, «Айыҡ ауыл» конкурсын иғлан иттек. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса ауылдарҙы үҫтереүгә аҡса алыу өсөн кешеләр үҙҙәре инициатива күрһәтә, – тине Радий Хәбиров.

***

Ауылда ветеринар табиптар етешмәүе тураһында һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров, уҡыуҙан һуң бөтә йәш белгестәр ҙә ауыл ерендә эшләргә теләмәй, тип билдәләне.

– Беҙҙең уҡыу йорттарында ветеринария һөнәренә конкурс - иң юғарыларҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта бөтә сығарылыш уҡыусылары ла ауылға барырға теләмәй. Улар шәхси клиникаларға бара. Әммә райондарҙа ветеринар табиптың эше бик мөһим – был кешеләр санитар кордон тота, ауыл хужалығы малдары эпидемияһын иҫкәртә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

***

Агростартаптарға дәүләт ярҙамы һәм теплица комплекстарын субсидиялау мәсьәләһе йәш аграрийҙар өсөн көнүҙәк булып ҡала. Башҡортостандың вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов агростартаптарға, ғаилә фермаларына, кооперативтарға һәм агротуризмға ярҙам итеү программаларының 2030 йылға тиклем һаҡланасағы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ республикала йыл әйләнәһенә йәшелсә-емеш үҫтереү мәсьәләһен хәл итеү өсөн туннель теплицаларына ярҙам итеү мөмкинлеге ҡарала.

***

Йәш фермерҙарҙы хужалыҡтарҙы киңәйтеү өсөн субсидиялар алыу мөмкинлеге лә ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала был йүнәлеш буйынса эш алып барыла, әммә хужалыҡ алып барған һәр кемдең дәртләндереү саралары тураһында, шул иҫәптән муниципаль бизнес-шәрифтәр менән аралаша белеүе мөһим. Шулай уҡ Радий Хәбиров йәш аграрийҙар менән техник культуралар етештереүгә булышлыҡ итеү һәм бәләкәй тораҡ пункттарҙа социаль инфраструктура булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыу аҙағында республика Башлығы ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм аграрийҙарҙың форумда уңышлы эшләүҙәрен теләне.

***

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе йәштәр менән аралашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Улар инде өлкән, яуаплы кешеләр, улар үҙҙәренең бәләкәй ватанын ихлас ярата, эшләргә һәм ауылды үҫтерергә ынтыла. Күптәр үҙ проекттарын тормошҡа ашыра башлаған да инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бындай осрашыуҙарҙы дауам итәсәкбеҙ. Был ауыл хужалығыбыҙҙың нисек үҫешкәнен һәм тармаҡҡа нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңларға булышлыҡ итә.

Фото: glavarb.ru

Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас