Белем һәм тәрбиә
19 Февраль 2025, 12:50

Ауыл йәштәренә кәңәш бирҙеләр

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.

Ауыл йәштәренә кәңәш бирҙеләрАуыл йәштәренә кәңәш бирҙеләр
Ауыл йәштәренә кәңәш бирҙеләр

Бөгөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Киләсәк командаһы» төбәк ауыл йәштәре форумы старт алды. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бизнесты үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, ауыл хужалығы колледждары уҡыусылары, агропредприятиелар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ фермерҙар бергә йыйылды. Панель дискуссия ауыл хужалығында йәштәр темаһына һәм уның үҫеш перспективаларына арналғайны.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты. Миҫал итеп, ул аграр ведомство етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе хаҡында һөйләне. Параллель рәүештә аграр университетта ике факультетты тамамлаған, ауыл хужалығы предприятиеһында етәксе булып эшләгән, МБА-ла уҡыған.

«Россельхозбанк»тың Башҡортостан филиалы директоры Алексей Самсонов студенттарға «Үҙеңдеке» һанлы экосистемаһы хаҡында һөйләне. Система үҙ эсенә алты платформаны ала, спикер «Мин АГРО-ла» майҙансығында ентекле туҡталды, унда уҡыусылар, уҡыу йорттары һәм эш биреүселәр араһында коммуникациялар төҙөлә, бында эш табырға, квалификацияны күтәрергә һәм үҙеңде тормошҡа ашырырға мөмкин.

Төбәк аграрийҙары өсөн төп юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт аграр университеты тураһында тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса проректор Рузил Йәғәфәров һөйләне.

Бөгөн бөтә төрлө төп белемде алырға мөмкин, әммә иң мөһиме – операцион эшмәкәрлекте стратегия менән берләштереү, тип билдәләне «Таврос» компанияһының ит дивизионы генераль директорының персонал буйынса урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева. Эшләргә теләк һәм лидерлыҡ позицияһы һәр ваҡыт эштә уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Студенттар алдында шулай уҡ Аксен агроколледжы директоры Ришат Абдулвәлиев, «УК Стар Нафта» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альбина Ғәзизова, Башҡортостан Республикаһының фермерҙар Һәм кооперативтар ассоциацияһы рәйесе Вилена Дәүләтова сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе бизнесҡа, фермерлыҡҡа, остазлыҡҡа табан ниндәй юл үтергә тура килгәнен һөйләне.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26140/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас