Бөгөн Өфө вуз-ара кампусында IT-белгестәр әҙерләйәсәк “21-се мәктәп+” һанлы технологиялар мәктәбенең эшенә рәсми рәүештә старт бирелде. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй буйынса “21-се мәктәп” директоры Александр Федяков, Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов ҡатнашты.
Нимә ул “21-се мәктәп”? Уның төп йүнәлеше ил иҡтисадының төрлө тармаҡтарында эшләүгә һәләтле IT-белгестәр әҙерләү. Был проект Һаҡлыҡ банкы тарафынан тормошҡа ашырыла. Әлегәсә был мәктәп илдең 14 ҡалаһында эшләп килә, тәүгеһе 2018 йылда Мәскәүҙә асылған. Унда 18 йәше тулған һәр кем бушлай белем алыу мөмкинлегенә эйә.
– Беҙҙә эшләйәсәк “21-се мәктәп” ябай белем үҙәге түгел, уның “+” тигән билдәһе бар, сөнки ул вуз-ара кампус майҙансығын ғына түгел, тиҙҙән асыласаҡ Геном үҙәкте лә үҙ эсенә ала. Йәғни беҙҙең IT-белгестәр ғәҙәти белем менән бер рәттән биоинформатика, һанлы геномды өйрәнеү менән дә шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ Өфө мәктәбенең тағы бер үҙенсәлеге – беҙ 14 йәштән өлкән мәктәп уҡыусыларына айырым йүнәлеш булдырысаҡбыҙ, - тине Андрей Назаров.
Өфө “21-се мәктәбе” вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә урынлашасаҡ. Премьер-министр әйтеүенсә, 8 мартта уны техник асыу көтөлә, ә 4 апрелдә бында тәүге ҙур сара – йәш ғалимдарға Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.
Ә инде “21-се мәктәп”тә уҡырға теләүселәр әле үк теркәү үтә ала, программа июнь айында эш башлай. Улар бер нисә этаптан торған һайлап алыуҙы үтә. Уҡыу 1,5-2 йыл дауам итәсәк. Был мәктәптә уҡыу өсөн ниндәй белемгә эйә булыуың, эш тәжрибәң мөһим түгел.
– Беҙҙә төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре белем ала. Әлбиттә, төп өлөштө йәштәр, студенттар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ярайһы уҡ яҡшы карьера яһаған, башҡа өлкәлә тәжрибә туплаған, әммә тормошон яңы юҫыҡта үҙгәртергә, үҙҙәрен IT-өлкәлә һынап ҡарарға теләгән кешеләр ҙә килә, - тип билдәләне Александр Федяков.
Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.