Белем һәм тәрбиә
11 Март 2025, 16:15

Үҙәктә студенттар стажировка үтә

Яҡын арала Яһалма интеллект үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университетынан тағы биш стажер алыу хаҡында иғлан итәсәк. 

Үҙәктә студенттар стажировка үтәҮҙәктә студенттар стажировка үтә
Үҙәктә студенттар стажировка үтә

Өфө вуз-ара студенттар кампусында тәүге стажерҙар – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Яһалма интеллект үҙәгенең төп проекты – конструкторлыҡ һәм план-техник бүлектәр процесын автоматлаштырған һанлы система булдырыу өҫтөндә эш башланы. Уның төп бурысы – яһалма интеллект алымдарын файҙаланып, производствоның техник документацияһын һәм юл картаһын әҙерләү.

Яһалма интеллект үҙәгендә стажировка үтеү өсөн студенттарҙы һайлап алыу 2024 йылдың октябрендә башланды һәм ғинуар аҙағында тамамланды. Ике ағымда 30 кеше ҡатнашты. Беренсе этапта студенттар программалау буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, LexWorld уйынында мәсьәләләр систе.

– LexWorld – ул фантазия менән программалаштырыу менән осрашҡан үҙенсәлекле донъя. Был донъяла ҡатлы-ҡатлы һарайҙар байттар менән йәнәш урынлаша, мәғдән ҡаҙыусылар биттар таба, рыцарҙар көс һынаша. Рыцар менән идара итеү API аша бойомға ашырыла, был студенттарға программалау һәм логик фекерләү һәләтен үҫтерергә мөмкинлек бирә, - тип һөйләне Яһалма интеллект үҙәге етәксеһе Андрей Вдовин.

Беренсе этапты үткән һәр кандидат менән әңгәмә үткәрелде, унда техник белем генә түгел, мотивация, командала эшләү һәләтлеге һәм уҡырға әҙерлек тә баһаланды.

Һайлап алыу һөҙөмтәһе буйынса Өфө дәүләт техник нефть университетының биш студенты Яһалма интеллект үҙәгендә стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә булды. Беренсе көндән үк улар реаль проекттарҙа ҡатнашып, «Лексема» компанияһының эске курстарында уҡый башлай.

Студенттар үҙ эшен яһалма интеллектҡа өйрәтеү өсөн мәғлүмәттәрҙе билдәләү мәсьәләһенән башланы. Был мөһим этап, сөнки билдәләрҙең сифаты эштең теүәллегенә туранан-тура йоғонто яһай. Артабан стажерҙар реаль ваҡыт режимында производство менән идара итеү һәм мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алыу процестарын автоматлаштырырға мөмкинлек биргән алгоритмдар эшләүҙә һәм оптималләштереүҙә ҡатнашасаҡ.

Яҡын арала Яһалма интеллект үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университетынан тағы биш стажер алыу хаҡында иғлан итәсәк.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас