Белем һәм тәрбиә
11 Март 2025, 12:15

Телевидениела яңы уҡыу курсы башлана!

Уҡыу ағымдағы йылдың 8 апреленән 17-һенә тиклем, йәкшәмбе көнөнән тыш, көн һайын 14.00 сәғәттән алып барыла.

Башҡортостан юлдаш телеканалында яңы уҡыу курсы башлана. Телерадиосәнғәт мәктәбе-студияһы «Киң мәғлүмәт саралары хәбәрсеһе» программаһы буйынса «Телевидение һәм радио» махсуслашҡан уҡыу курсына тыңлаусыларҙы йыя. Уҡыу ағымдағы йылдың 8 апреленән 17-һенә тиклем, йәкшәмбе көнөнән тыш, көн һайын 14.00 сәғәттән алып барыла. Шәмбе, 13 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-дан.

Курстың маҡсаты:

- теоретик белем биреү һәм хәбәрсе (репортер), мөхәррир, интервьюер, комментатор, күҙәтеүсе эшенең практик күнекмәләренә өйрәтеү 

- эфир продукцияһын булдырыуҙың төрлө варианттарын һәм телевидение һәм радио журналистарының эш ысулдарын өйрәтеү

Курс программаһында: танылған телерадио сәнғәте оҫталарының, имидж һәм профессиональ этика нормалары, актерлыҡ оҫталығы һәм киң мәғлүмәт сараларында уңышлы аралашыу закондары буйынса белгестәрҙең лекциялары һәм тренингтары.

Видеокамера һәм микрофон менән практик дәрестәр ысын заманса студияларҙа үтәсәк. Уҡыған ваҡытта телевидение һәм радио хәбәрсеһе һөнәре өсөн кәрәкле сифаттарҙы күрһәткәндәр Башҡортостан телевидениеһы структураларында вакантлы вазифаларҙы биләүгә дәғүә итә ала.

Курс хәбәрселәр, мөхәррирҙәр, уҡыу йорттарының медиаүҙәктәре етәкселәре, студенттар, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғлүмәт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Сит тыңлаусылар өсөн уҡыу хаҡы 16 000 һум.

Курсҡа инеү өсөн анкета-ғариза тултырырға кәрәк. Анкетаны SHSTRIRB@mail.ru электрон почтаһына ебәрә алаһығыҙ  йәки шәхсән Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1 адресы буйынса Мәктәп-студияның методик кабинетына (каб. 305В) алып килегеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт BASH.NEWS сайтында.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347)262-87-00 (өҫтәмә 4-31 йәки 5-63) Мәктәп-студия директоры: 8 929 75 60 400. Баш белгес: 8 917 75 47 040.

Сығанаҡ: ТВ.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас