Белем һәм тәрбиә
13 Март 2025, 13:20

Федераль ҡунаҡ Башҡортостандағы фән үҫешен юғары баһаланы

Милли технология башланғысы (НТИ) фонды етәксеһе Вадим Медведев вуз-ара кампус инфраструктураһы менән танышты. 

Федераль ҡунаҡ Башҡортостандағы фән үҫешен юғары баһаланыФедераль ҡунаҡ Башҡортостандағы фән үҫешен юғары баһаланы
Федераль ҡунаҡ Башҡортостандағы фән үҫешен юғары баһаланы

Милли технология башланғысы (НТИ) фондының генераль директоры, «Университет-2035» ректоры Вадим Медведев Башҡортостандың ғилми-мәғрифәти мөмкинлектәре менән танышты. Федераль эксперт фәнни инфраструктураның төп объекттарында – вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларында һәм үҙәктәрендә, Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерлыҡ мәктәбендә, Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгендә булды. НТИ фонды башлығы Башҡортостанда фәнни потенциалды үҫтереү өсөн ярҙам сараларын һәм экосистеманы юғары баһаланы.

– Республика етәкселеге һалған тырышлыҡ, уҡыу йорттары практикаһында, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге мөхитендә, производствола тормошҡа ашырылған башланғыстар – матур муйынсаҡ барлыҡҡа килтерерлек ынйылар. Һуңғы йылдарҙа һеҙҙә етди аҙымдар яһалды, атап әйткәндә, вуз-ара кампус эш башланы, Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Улар бизнеста, сәнәғәттә Башҡортостанда етештерелгән һәм эшләнгән аныҡ һөҙөмтәләргә килтерәсәк, – тип билдәләне Вадим Медведев.

Федераль ҡунаҡ Ғилми-белем биреү лекторийы проектының спикеры булараҡ та сығыш яһаны. Ул Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү йортоноң Интеллектуаль сәхнәһендә «Рәсәйҙең технология лидерлығына юл» темаһы буйынса сығыш яһаны.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында лекторий майҙансығында 30-ҙан ашыу ғалим сығыш яһаны. Был сығыштарҙы офлайн алымда – 4,4 мең, онлайн алымда 66 мең кеше тыңланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында ошондай 17 студент ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Өфөләге вуз-ара кампус проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән студенттар киңлеге ул.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас