Белем һәм тәрбиә
15 Март 2025, 13:15

“Асистема” – уңышлы проекттарҙың береһе

Вуз-ара кампустың стартап-студияһының эшкәртмәһе «АгроКомплекс-2025» халыҡ-ара күргәҙмәһендә тәҡдим ителәсәк.

“Асистема” – уңышлы проекттарҙың береһе“Асистема” – уңышлы проекттарҙың береһе
“Асистема” – уңышлы проекттарҙың береһе

Һыйырҙың еленен һауыр алдынан әҙерләүҙең инновациялы алымын 18 – 21 мартта Өфөлә үтәсәк «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһендә күрергә мөмкин. Һөт фермаларында хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм продукция сифатын арттырыусы аппарат Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһы тарафынан булдырылған «Асистема» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең стартабы эшкәртмәһе.

 - Студияның бурысы – сәнәғәткә йәки бизнесҡа тиҙ арала индереләсәк перспективалы ғилми эшләнмәләр табыу, команда йыйыу, проектты финанслау, баҙарға сығыр алдынан үҫтереү, һуңынан уны һатыу йәки яйға һалынған файҙалы эштән дивидендтар алыу, - ти Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһы етәксеһе Владимир Бекасов.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының стартабы – инновацияларҙы һәм иҡтисадты үҫтереү  буйынса федераль проект һәм стартаптар фабрикаһы.

“Асистема” проекты – студияның күп кенә уңышлы стартаптарының береһе. 2022 йылдың ноябренән алып 17 бүлендек компания – “Микрофлюидика”, “Аҡыллы кран”, “Биогипс”, “Төҙөлөштә пилотһыҙ осоу аппараты”, “СИМ” һәм башҡалар ойошторолған.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас