Белем һәм тәрбиә
18 Март 2025, 09:30

Педагогия университеты лабораторияһы вуз-ара кампуста гуманитар блок булдырасаҡ

Был йүнәлеш бөгөн медицина, ауыл хужалығы, химия сәнәғәте өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итә.

Педагогия университеты лабораторияһы вуз-ара кампуста гуманитар блок булдырасаҡПедагогия университеты лабораторияһы вуз-ара кампуста гуманитар блок булдырасаҡ
Педагогия университеты лабораторияһы вуз-ара кампуста гуманитар блок булдырасаҡ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Аҡмулла университетының «Тере системалар биотехнологияһы» йәштәр лабораторияһы барлыҡҡа киләсәк.

Яңы майҙансыҡта юғары уҡыу йорто ғалимдарының проекттарын яҡлау ойошторолдо. Университеттың лабораторияны булдырыуҙағы партнеры булып «Эдвис» китап магазиндары селтәре тора. Уҡыу-методик үҙәк университет китапханаһын тулыландыра, партнерҙар авторлыҡ курстары, тематик күргәҙмәләр үткәрә. 2023 йылда «Әйҙә уйнарға» фестивалендә бергәләп эшләнгән өҫтәл уйыны федераль конкурста еңеүсе булды. Хәҙер хеҙмәттәшлек илебеҙҙең юғары технологиялы интерактив уйынсыҡтарын эшләү буйынса «Йәштәр технологияһы» проекты сиктәрендә дауам итә.

Шулай уҡ яңы киңлектә Аҡмулла университетының художество-график факультеты студенттары проекттары яҡланды. Студенттар БДПУ-ның 6-сы һәм 13-сө корпустары араһында территория ойоштороу буйынса алты проект тәҡдим итте. Авторҙар был урынды баш ҡала халҡын һәм туристарҙы тағы бер йәлеп итеү нөктәһе, студенттар өсөн ял итеү зонаһы һәм бөтәһе өсөн асыҡ урын итергә тәҡдим итә. Был майҙансыҡтарҙа торған скульптураларҙы тергеҙеү һәм объекттарҙы һаҡлау, арауыҡтың интерактивлығы һәм уны бөтә миҙгелдәрҙә лә файҙаланыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу планлаштырыла.

Вуз-ара кампустағы «Тере системалар биотехнологияһы» йәштәр лабораторияһы биотехнологияларҙағы алдынғы ҡарарҙарҙы производствоға, реаль тормошҡа ғәмәлгә индереү үҙәге буласаҡ. Был йүнәлеш бөгөн медицина, ауыл хужалығы, химия сәнәғәте өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26327/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас