Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәге базаһында «Башҡортостан Республикаһында фундаменталь тарих фәнен үҫтереү концепцияһы: проекттар һәм перспективалар» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәл ҡунаҡтары БР Фәндәр академияһының Социомәҙәни анализ ғилми үҙәге коллективы тәҡдим иткән Башҡортостан Республикаһында фундаменталь тарих фәнен үҫтереү концепцияһы проблемаларын, перспективаларын һәм проектын тикшерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты К.Н. Рамаҙанов ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Фәнни кадрҙар әҙерләү һәм юғары уҡыу йортонан һуң белем биреү проблемаларын тикшереү барышында күтәрелгән тарих, ғилми стажировкалар, архив документтарын һанлаштырыу проблемалары һ.б. йүнәлештәр буйынса йәнле фекер алышыу барҙы. Сара барлыҡ ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, уларҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.
– Гуманитар өлкәлә ғилми кадрҙар әҙерләү проблемаһы бик киҫкен тора. Бөгөн был мәсьәләлә алдан күҙаллау һәм тейешле саралар күреү мөһим. Әлеге түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаты юғары уҡыу йортонан һуң белем биреүҙең һәм квалификациялы ғилми кадрҙар әҙерләүҙең төп проблемалары буйынса концептуаль идеялар һәм тәҡдимдәр әҙерләүгә ҡайтып ҡалды, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илшат Фәрит улы Йосопов.
Фотолар: БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтынан.