Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы, фәнни-белем биреү үҙәктәре, илдең 30-ҙан ашыу төбәге хакимиәттәре һәм ғилми берләшмәләре вәкилдәре йыйылды. Көн тәртибендә 2025 – 2030 йылдарға ғилми-белем биреү үҙәктәре селтәрен үҫтереү проектын яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды. Сараны абруйлы ҡунаҡ – Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова асты.
– Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш рейтингы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 10 төбәге иҫәбенә инә. Бөгөн республикабыҙҙың дүрт алдынғы юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк 2030” программаһында булыуы – ҙур еңеү! Туҡтап ҡалырға ярамай, сөнки реаль һөҙөмтәләр бар. Беҙ бөгөн республика ғалимдарының ҡаҙаныштарын уникаль тип атарға мөмкин икәнлеген үҙебеҙ күреп инандыҡ, – тип билдәләне сенатор.
Стратегик сессияла ҡатнашыусылар ғилми-белем биреү үҙәктәренең биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Был осорҙа 38 төбәктә 15 ғилми-белем биреү үҙәге ойошторола, улар 904 юғары уҡыу йортон, ғилми ойошмаларҙы һәм предприятиеларҙы берләштерә. 150-нән ашыу ярҙам сараһы эшләй башлай, “Өҫтөнлөк 2030” федераль программаһы, алдынғы инженерлыҡ мәктәптәре, мегагранттар, йәштәр лабораториялары уңышлы тормошҡа ашырыла.
Рәсәй фәнни мәғлүмәт үҙәге директоры Олег Белявский ғилми-белем биреү үҙәктәренең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеге һәм уларҙың субъекттарҙың фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонтоһо тураһында һорау алыу һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Эксперт мәғлүмәттәренә ярашлы, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге танылыу, шулай уҡ финанс средстволар йәлеп итеү һәм кадрҙар әҙерләү йәһәтенән алдынғылар рәтенә инә.
Башҡортостандың Ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова 2019 – 2024 йылдарҙағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ошо ваҡыт эсендә 42 ҡатнашыусы ғилми-белем биреү үҙәге резиденты булған, 3 меңдән ашыу патент рәсмиләштерелгән, 15 меңдән ашыу яңы юғары технологиялы эш урыны булдырылған. Ул бөгөн был үҙәктең фән һәм бизнес кооперацияһының төп ҡоралы булыуын билдәләне.
Стратсессия барышында вуз-ара студенттар кампусында яңы лабораториялар асылды. Инновациялы майҙансыҡтар республиканың ике университеты базаһында булдырылды.
ФЕКЕР
Дмитрий Пышный, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары:
— Бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баһалау бик ауыр, әммә тәжрибәмдән һәм коллегаларым биргән мәғлүмәттән сығып шуны әйтә алам: республика технологик үҫеш йәһәтенән бик ныҡ алға китте. Мин бында эшләгән ярайһы уҡ күп кенә ысын ғалимдарҙы беләм, шуға күрә перспективалар бик яҡшы. Бөгөнгөһө иҫ киткес, ә киләсәге тағы ла нығыраҡ һоҡланғыс буласаҡ, минеңсә. Ысынлап та шәп майҙансыҡтар булдырылған, маҡсаттар бар, шуға күрә тик алға ғына. Барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru