Башҡорт дәүләт аграр университетының «Агробиотехнологиялар» лабораторияһында индустриаль партнер менән берлектә патогендарҙың зарарлы тәьҫиренә һәм тирә-яҡ мөхиттең насар шарттарына сыҙамлы ауыл хужалығы культуралары үҫемлектәренең яңы линиялары һәм сорт өлгөләре булдырыласаҡ. Бында махсус климат камераһы ҡуйылған, ул йыл әйләнәһенә 24/7 эш режимы менән селекция процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирә. Ҡорамалдар ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән гибридтарҙың уңышы биш тапҡырға тиклем артасаҡ.
- Лаборатория шарттарында Урал төбәге шарттарына яраҡлаштырылған ауыл хужалығы культураларын (борсаҡ, ҡаты бойҙай) тиҙләтелгән селекциялау принциптары буйынса юғары продуктлы линиялар алынасаҡ. Әлеге башланғыс “Өҫтөнлөк 2030” сиктәрендә үтәлгән стратегик бурыс булып тора. Ауыл хужалығы культураларының пробирканан һөрөнтө ергә тиклемге юлын ҡыҫҡартыу өсөн был эшкә индустриаль партнерҙарыбыҙҙы – «Таврос» компанияһының «Рассвет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йәлеп итәбеҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов.
Белеүебеҙсә, быйыл Башҡорт дәүләт аграр университеты «Өҫтөнлөк 2030» программаһына инде һәм федераль финанслау алыу мөмкинлегенә эйә булды. Уҡыу йорто ректоры был – ҙур танылыу, шулай уҡ юғары яуаплылыҡ, тип билдәләне.
– “Өҫтөнлөк 2030”-ға инеү – бөтәһе өсөн дә айырым бер билдә. Иң элек беҙҙең коллектив өсөн, сөнки был ҡаҙаныш беҙҙең донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәр өҫтөндә эшләй алыуыбыҙ тураһында һөйләй. Икенсенән, йәмғиәт өсөн дә, сөнки ҡеүәтле Рәсәйҙең бөтә биләмәһендә мәғарифты һәм фәнде танытҡан лайыҡлы юғары уҡыу йорто булыуыбыҙҙы күрһәттек. Кандидат булараҡ бер йыл эшләү беҙгә Фән һәм юғары белем биреү министрлығы комиссияһы алдында ҡуйылған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ һәм илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген һәм экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерәсәкбеҙ, тигән ышаныс бирҙе, - тине Илдар Ғәбитов.