Бөгөн, 11 апрелдә, Өфөләге «Торатау» конгресс-холында VII “Ҡанатлан!” мәктәп мәғарифы форумы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе пленар ултырышта сығыш яһаны, шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Белеүебеҙсә, “Ҡанатлан!” мәктәп мәғарифы форумы Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылдан алып үткәрелеп килә. Ул мәғариф системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй һәм йыл һайын үҙ майҙансығында республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, муниципалитеттары, йәмәғәт берекмәләре етәкселәрен, шулай уҡ уҡытыусыларҙы, мәктәп психологтарын һәм тәрбиә буйынса кәңәшселәрҙе йыя. Быйыл форумда 1 000-дән ашыу делегат ҡатнашты.
Пленар ултырыш “Педагогик идеялар: мәғәнәләрҙән ғәмәлдәргә” тип аталды. Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы мәғариф тармағын үҫтереүҙең төп тенденциялары һәм төбәктең был өлкәләге мөһим ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
– Һуңғы алты йылда беҙ бер нисә мөһим ҡарар ҡабул иттек һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһын һәм мәктәп формаһын индерҙек. Форум майҙансығында мәктәп туҡланыуын яҡшыртыуға бәйле идеялар барлыҡҡа килде. Беҙ был йүнәлеште үҫтереүгә яҡшы этәргес бирҙек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шулай уҡ ошонда республикала полилингваль гимназиялар булдырыу идеяһы тыуҙы. Бөгөн инде туғыҙ белем усағы эшләй, улар сифатлы белем бирә. Был гимназиялар башҡорт, татар, мари телдәрен тәрән өйрәнә. 2025 йылда Тәтешле районында рус, инглиз һәм удмурт телдәрендә уҡытҡан гимназия асасаҡбыҙ. Йыл аҙағына Башҡортостанда бөтәһе 12 полилингваль мәктәп эшләйәсәк.
Республика Башлығы төрлө майҙансыҡтарҙа педагогтар берләшмәһе менән диалогтың һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Ышанығыҙ, беҙ һеҙҙе етди иғтибар менән тыңлайбыҙ. Һеҙ балалар менән эшләйһегеҙ һәм, асылда, киләсәгебеҙҙе формалаштыраһығыҙ. Беҙ быға етди ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ даими рәүештә уҡытыусылар менән осрашабыҙ, төрлө форматта эшләйбеҙ. Мәғариф буйынса йыллыҡ август кәңәшмәһенең үҙ бурыстары бар. Мәктәп директорҙарының тәрбиә эше буйынса кәңәшселәренә уҡытыу ойошторҙоҡ. Быйыл шулай уҡ рус география йәмғиәтенең 150 йыллығы сиктәрендә география уҡытыусыларын йыйырға уйлайбыҙ. География уҡытыусыһы – ул балаларға Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог. Дөйөм алғанда, педагогик эшмәкәрлектең бөтә йүнәлештәрен иғтибарға аласаҡбыҙ.
Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә лидер булды, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда республикала 31 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлгән.
2025 йылға Өфөлә 2 200 урынлыҡ Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп асыу, шулай уҡ Республика математика лицейын төҙөү планлаштырыла.
Бынан тыш, Башҡортостан мәктәп биналарын капиталь ремонтлау федераль программаһында Рәсәй лидерҙары иҫәбенә инде. Һуңғы өс йылда 146 корпус тәртипкә килтерелгән. Быйыл тағы 35 бина яңыртыласаҡ.
Башҡортостан башлығы «Йондоҙ» белем биреү үҙәге эшләгән «Салют» балалар реабилитация комплексына айырыуса иғтибар йүнәлтте.
Артабан Радий Хәбиров педагогтарға ярҙам сараларын киңәйтеү мәсьәләһенә туҡталды. Мәҫәлән, республикала йәш ауыл уҡытыусылары өсөн йыл һайын гранттар бирелә, дәүләт һәм туған тел уҡытыусылары, шулай уҡ полилингваль мәктәп уҡытыусылары өсөн премиялар һаны ике тапҡырға арттырылды. Мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү хеҙмәткәрҙәре өсөн 575 мең һумлыҡ гранттар, балалар баҡсалары уҡытыусыларының республика конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына премиялар булдырылды.
Бынан тыш, 2025 йылдан ауыл мәктәптәренең иң яҡшы директорҙарына 690 мең һум күләмендә гранттар бүленә башлай. Быйыл был ярҙам сараһын 50 кеше аласаҡ.
Мәғариф системаһы алдында торған бурыстар хаҡында һөйләгәндә, төбәк етәксеһе үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәсәй Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова “Ҡанатлан!” форумының әһәмиәтен юғары баһаланы. Сараның фекер алышыу майҙансыҡтары мәғариф тармағы өсөн һөҙөмтәле ҡарарҙар әҙерләргә мөмкинлек бирҙе, тип билдәләне ул.
– Уҙған йылдарҙа форум үҙенең кәрәклеген иҫбатланы. Биш көнлөк уҡыу режимына күсеү, йәш педагогтарға, ауыл уҡытыусыларына гранттар бүлеү, мәктәп туҡланыуы инфраструктураһын булдырыу, стоматология кабинеттарын асыу тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде. Шулай уҡ спортты, мәктәп театрҙарын, музейҙарҙы һәм медиаүҙәктәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар ҙа хупланды, – тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.
Видеоэлемтә режимында планар ултырышта «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина Мизулина сығыш яһаны. Ул уҡыусыларҙы селтәр ресурстарында һағалаған хәүеф тураһында һөйләне, шулай уҡ йәш быуынға һанлы тәрбиә кәрәклеге хаҡында һөйләне. нигеҙҙәрен биреү зарурлығын әйтте.
Артабан пленар ултырышта ҡатнашыусылар форумдың фекер алышыу майҙансыҡтары эшенең йомғаҡтарын тикшерҙе. Мәҫәлән, Межгорьенан 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе, республика һөнәри конкурсы еңеүсеһе Ольга Алферова Башҡортостанда педагогтар өсөн белем биреү киңлеген булдырырға тәҡдим итте.
Форумдың пленар дискуссияһы тамамланғас, Башҡортостан Башлығы йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн педагогтар берләшмәһенә рәхмәт белдерҙе.
Сығанаҡ һәм фотолар: glavarb.ru