«ОДК-Өфө моторҙар эшләү етештереү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 йыллығына арналған һәм Өфөнөң вуз-ара кампусында үткән «ТЕХНО-ИЖАД» балалар һәм йәштәрҙең проект-ҡулланма һәм фәнни-техник ижады күргәҙмәһе алты еңеүсене асыҡланы.
Күргәҙмәлә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Бәләбәйҙән һәм Өфө районынан «Конструкциялау», «Уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ», «Техник конструкциялау», «Производство технологиялары», «It- технологиялар», «Дизайн», «Архитектура» йүнәлештәре буйынса йәмғеһе 70-тән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө лицейынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Константин Лежнев йорт оҫтаханаһы өсөн уңайлы, хәүефһеҙ һәм кәрәкле теүәллек менән быраулау, фрезерлау, шымартыу, тишеү һәм ағас әҙерләмәләрҙе теүәл башҡарыу өсөн күп функциялы станок уйлап таба. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө мәктәбенең 10-сы класы уҡыусыһы Дамир Үләевтең һыу тикшеренеү аппараты ла юғары баһа алды. Уның һыу өҫтөндәге роботы зондтар функцияһы менән тәьмин ителгән, улар температура, һыу составы, pH һәм башҡа мөһим параметрҙар тураһында мәғлүмәттәр йыя һәм тапшыра ала.
Авторҙар үҙ проекттарын төҙөү һәм тормошҡа ашырыу менән генә сикләнмәй, ә уларҙы кәрәкле техник документация менән оҙата. Шулай уҡ күргәҙмәлә Иван Малышев (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 31-се мәктәбе), Дарья Ядыкина (Өфө ҡалаһының 5-се лицейы), Йәлил Йыһаншин (Өфө ҡалаһы, РИЛИ) һәм Ибраһим Иҙрисов (Өфө ҡалаһы, РИЛИ) еңеүсе булды.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ӨДНТУ-нан ҡатнашыу сертификаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алды. Еңеүселәр һәм призерҙар Өфө моторҙар эшләү етештереү берекмәһенән приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Һәр секцияла балаларҙы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге лә бүләктәр менән дәртләндерҙе.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26521/